Киләсәгебеҙ үҙебеҙҙән тора
22 февраля 2018 йыл | Сәйәсәт, Йәмғиәт

Киләсәгебеҙ үҙебеҙҙән тора 

20 февралдә район мәҙәниәт һарайында Рәсәй Федерацияһы Президентлығына кандидат Владимир Владимирович Путиндың ышаныслы кешеһе, "Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Владимирович Андреев менән осрашыу булып үтте. Осрашыуҙа райондың хеҙмәт коллективтарынан вәкилдәр, ветерандар ҡатнашты.
Александр Андреев үҙ сығышында халыҡты 18 марттағы һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы, илебеҙҙең һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне. Ысынлап та, 2000 йылдар башынан илебеҙҙә ҙур үҙгәрештәр булып үтте. Ауыл хужалығында, сәнәғәттә иҡтисади күрһәткестәр күҙгә күренеп яҡшырҙы. Аҡыллы сәйәсәт һөҙөмтәһендә донъя иҡтисади көрсөгө лә күрше дәүләттәр менән сағыштырғанда еңелерәк үткәрелде. Һөҙөмтәлә илдең төп валютаһы булған һумдың курсы тотороҡланды. Был инде халыҡтың һатып алыусанлыҡ мөмкинлеген арттырҙы. Илдең оборона ҡеүәте лә нығынды. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында халыҡ-ара аренала Рәсәйгә кәмһетеп кенә ҡараһалар, бөгөн илебеҙ менән иҫәпләшәләр, тиң күрәләр, көсөбөҙҙө таныйҙар. Бындай мөнәсәбәт тыныслыҡты һаҡлап ҡалыуға ла булышлыҡ итә.
2001 йылда Владимир Путин республикабыҙ хаҡында: "Башҡортостанда үҙенең мәҙәниәте, дине, телдәре төрлөлөгө, халыҡтар дуҫлығы менән һыу тамсыһындағы кеүек Бөтә Рәсәй сағыла”- тигәйне. Был ысынында ла шулай. Республикабыҙҙа БРИКС һәм ШОС саммиттары, халыҡ-ара балалар уйындары үтеүе республикабыҙға ҡарата хөрмәт булып тора. 2020 йылда иһә республикабыҙ Бөтә донъя фольклориадаһын, 2021 йылда умартасыларҙың "Апимондия” халыҡ-ара конгресын ҡабул итәсәк. Башҡортостанды сит илдәргә танытыу, республикаға инвестициялар йәлеп итеү һәм туристар ағымын арттырыу өсөн бындай саралар бик кәрәк. Ҡеүәтле предприятиеларҙың республикаға инвестиция йәлеп итеүе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың алдан күрә белеүсәнлеге хаҡында һөйләй. Бындай алымдар республикабыҙҙы Рәсәйҙең үҫешкән тәүге ун төбәге исемлегендә күрергә мөмкинлек бирә.
Ошондай хәлдәр менән таныштырғандан һуң Александр Андреев халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе. Ауылға йәш белгестәрҙе эшкә ҡайтарыу, үҫмерҙәрҙе үлемгә саҡырыусы сайттарҙы закон нигеҙендә тыйыу һәм астырмау сараһын күреүҙе, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыу, алдынғы ҡарашлы йәштәргә ярҙам, бер сменалы уҡыуға күсеү өсөн мәғариф учреждениеларына өҫтәмә майҙан талап ителеүен һәм ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һоранылар.
Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Елена Соколова "Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының "Кескәй Ватан мәҙәниәте” программаһы буйынса район мәҙәниәт йортон модернизациялауға грант бүленеүен ыңғай яҡтан билдәләне. Әйткәндәй, республикала был программа буйынса 15 район мәҙәниәт йорто яңыртыласаҡ һәм был маҡсатҡа Башҡортостанға 87 миллион һум федераль субсидия йүнәлтелә.
Илебеҙҙәге тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыу өсөн 18 мартта барыбыҙ ҙа һайлау участкаларына килеп үҙебеҙҙең тауышты лайыҡлы кандидатҡа бирергә тейешбеҙ,- тиеште йыйылышта ҡатнашыусылар.
Дөйөм алғанда, кандидаттың ышаныслы кешеһе менән осрашыу эшлекле шарттарҙа үтте һәм унда ҡатнашыусылар үҙҙәренә кәрәкле һығымтаны яһағандарҙыр, тип ышанғы килә.
Бындай осрашыу районда тәүгеһенә үтте. Территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, РФ Президентлығына дәғүә итеүсе башҡа кандидаттарҙың (8 кеше) ышаныслы кешеләренән әлегә осрашыу уҙғарыуға яҙма заявка булмаған.
Һайлау алды марафоны ҡыҙыу төҫ ала. Был аҙнала территориаль һайлау комиссияһы үҙҙәренең эш планына ярашлы участка һайлау комиссиялары менән уҡыуҙар уҙғара.
С.ТИМЕРОВ.