Ил етәксеһенең Мөрәжәғәтнамәһе
02 марта 2018 йыл | Сәйәсәт, Йәмғиәт

Ил етәксеһенең Мөрәжәғәтнамәһе 
1 мартта Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
Йыйылышҡа Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары суд етәкселәре, губернаторҙар һәм төбәк башлыҡтары, Рәсәй төбәктәренең закондар сығарыу йыйылышы рәйестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, дини конфессия вәкилдәре, барлығы 1 меңдән ашыу кеше йыйылған ине.
Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһенең төп тезистарының береһе булып халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, ярлылыҡты (20 миллион кеше иҫәпләнә) кәметеү, киләһе алты йылда эске тулайым продуктты 1,5 тапҡырға арттырыу, әсәлек һәм балалыҡты яҡлауға 3,4 триллион һум (60 процентҡа арттырыу), юл аварияларында һәләк булыусыларҙы кәметеү өсөн юл төҙөлөшөнә 11 триллион һум аҡса йүнәлтеү ҡарала. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, пенсияны арттырыу, ғүмер оҙайлығын оҙайтыу (уртаса 80 йәште уҙып китеү, бөгөн 73), кәмендә 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, яңы технологиялар индереү законын булдырыу һәм башҡа бурыстар ҡуйыла.