Ҡытай уңырмы, уҙырмы?
10 апреля 2018 йыл | Сәйәсәт

Хеҙмәттәшлек нығый
Владимир Путиндың һайлауҙа еңгәндән һуң сит илгә тәүге эш сәфәренең береһе итеп Төркиәне һайлауы юҡтан ғына түгел. Был төбәктә Төркиәнең күршеләш дәүләттәргә йоғонтоһо бик көслө. Сүриәлә һуғыш барған осраҡта Рәсәй өсөн был бик мөһим. Сүриә менән Иран электән Рәсәйҙең союздаштары булып килделәр һәм ошо төбәктә һиллек урынлаштырыу, һуғыш емереклектәрен бергәләшеп бөтөрөү,  башҡа ергә күсеп китергә мәжбүр булған халыҡты кире ҡайтарыу, уларға гуманитар ярҙам ойоштороу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе иҡтисади йәһәттән үҫешкән Төркиә ярҙамында ғына башҡарып сығырға мөмкин. Унан килеп Төркиә НАТО ағзаһы ла булып тора. Владимир Путин Рэджеп Тайып Эрдоган менән осрашыуы барышында ошондай мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Бынан башҡа Рәсәй Төркиәгә атом электр станцияһы төҙөп бирәсәк һәм был төҙөлөш башланды ла инде. Углеводород сеймалын башлыса сит илдәрҙән һатып алған Төркиә өсөн альтернатив энергия сығанаҡтары булдырыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә иҫәпләнә. Төркиә Рәсәйҙән зенит-ракета комплекстары һәм башҡа хәрби ҡорал һатып аласаҡ. Быларҙың барыһы ла ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға килтерәсәк. Дөрөҫ, Төркиә менән тәмһеҙләшеп алған осраҡтар ҙа булды. Бигерәк тә Сүриә күгендә  төрөктәрҙең Рәсәй хәрби самолетын бәреп төшөрөүе һөҙөмтәһендә хәл ҡатмарлашып киткән ине. Хәҙер был хәл онотолдо. Төркиәлә сағында Владимир Путин Иран Президенты Хәсән Роухани менән осрашып һөйләште. Өс Президенттың ошо төбәктәге хәлде яйға һалырға ынтылыуы аңлашыла. Был йәһәттән илебеҙ аралашсы ролен дә үтәй. Шулай итеп, АҠШ һәм Көнбайыш Европа илдәре илебеҙгә ҡарата санкция артынан-санкция иғлан иткән бер мәлдә, көнсығыш менән Европа мәҙәниәте берләшкән Төркиә менән хеҙмәттәшлекте нығытыу илебеҙ өсөн үтә лә мөһим ваҡиға булды.
Дәлилһеҙ ғәйепләү нимәгә килтерҙе
Бөйөк Британия сәйәсмәндәре элекке ГРУ полковнигы, һатлыҡйән Сергей Скрипалде ағыулауҙа бер ниндәй дәлилһеҙ илебеҙҙе ғәйепләп, ошо ваҡиғаны төп сәбәп итеп алып, АҠШ-тан һәм Көнбайыш Европаның 27 иленән илселәребеҙҙе ҡайтартты. Рәсәй ҙә яуапһыҙ ҡалманы, был илдәрҙең илселәрен ҡайтарҙы. Шулай итеп, юҡтан ғына тип әйтерлек башлаған эш олоғара халыҡ-ара низағҡа сәбәпсе булды. Эйе, беҙҙең ҡарамаҡҡа юҡтан ғына кеүек күренә. Газ менәнме, башҡа юл менәнме ағыуланған аталы-ҡыҙлы Сергей менән Юлия Скрипаль ғаиләһен Рәсәйҙең махсус хеҙмәте кешеләре ағыулаған, тип баралар. Әммә быны иҫбатларҙай бер ниндәй мәғлүмәттәре юҡ. Улай ғына түгел, Бөйөк Британияның Пордон-Даундала урынлашҡан Оборона фәне һәм техникаһы лабораторияһы ғалим-эксперттары лаборатор тикшереүҙән һуң был ағыуҙың Рәсәйҙә эшләнгәнен иҫбат итә алманы. Был инде Бөйөк Британия сит ил эштәре министры Борис Джонсондың шапырыныуының ҡыуыҡ булып шартлауына килтерҙе. Борис Джонсон үҙенең етәксеһе, Бөйөк Британия Премьер-министры Тереза Мэй менән берлектә илебеҙгә ҡарата "соҡор” ҡаҙырға маташып ҡарағайнылар ҙа, шул соҡорға үҙҙәре төшә яҙып ҡуйҙы. Был хәлде тик шулай ғына сағыштырырға мөмкин. Билдәһеҙ ағыу менән ағыуланған (бәлки ағыуланмағандыр ҙа) Юлия Скрипаль аңына килгән, уның атаһы ла төҙәлә башлаған, тиҙәр. Бөйөк Британияның бындай бысраҡ аҙымға барыуы аңлашыла – улар нисектә илебеҙҙә футбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарыуға ҡаршылыҡ күрһәтергә, аяҡ салырға маташа.
Кем кемде?
АҠШ Президенты Дональд Трамп Ҡытайҙың 1300 тауарына пошлина хаҡын арттырҙы. Был инде Ҡытай иҡтисады өсөн һиҙелерлек юғалтыу булып тора. Айырыуса Ҡытайға ҡорос һәм алюмин индереүҙе сикләү ошо тармаҡта етештереүҙе 15 процентҡа тиклем кәметәсәк. Заводтарҙа етештереү темпы кәмеүе социаль мәсьәләгә йоғонто яһаясаҡ. Шуға ла Ҡытай яуап итеп АҠШ-тың 128 тауарына пошлина хаҡын 25 процентҡа тиклем күтәрҙе һәм был америкалылар өсөн йылына 50 миллиард доллар юғалтыу булып тора. Донъя иҡтисадындағы ике Бөйөк державаның сәкәләшеүе бер яҡтан - 60, икенсе яҡтан 50 миллиард доллар юғалтыу менән баһалана. Ике ил араһындағы тауар әйләнешенең 10 проценты тигән һүҙ был. Быға тиклем АҠШ менән Ҡытайҙың йыллыҡ тауар әйләнеше 600 миллиард доллар тәшкил итә ине. Сағыштырыу өсөн – Ҡытай менән Рәсәй араһындағы тауар әйләнеше 89 миллиард, Ҡытай менән Япония араһындағы 300 миллиард доллар иҫәпләнә. Был низағтан кем еңеп сығыр, әйтеүе ҡыйын. Дональд Трамп Ҡытайҙың сауҙа сәйәсәтен агрессив тип баһаланы. Уның фекере менән килешмәй булмай.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.