Европа мәҙәнилеге шулай буламы?
29 мая 2013 йыл | Сәйәсәт

Францияла һәм Швецияла урам сыуалыштары башланыуы, Грузияла сәйәси көрсөктөң көсәйеүе уҙған арауыҡтың мөһим ваҡиғалары булып торҙо.
Социалист Олландтың сәйер сәйәсәте
Франция Президенты Франсуа Олланд алып барған сәйәсәт халыҡ араһында көндән-көн нығыраҡ ризаһыҙлыҡ уята. Уның һайлау алды вәғәҙәләрен үтәмәүе быға төп сәбәпсе булып тора. Етмәһә, уҙған аҙнала илдә бер енеслеләргә никахҡа инергә рөхсәт ителеүсе закон ҡабул ителде. Законды тикшереү барышында уҡ байтаҡ халыҡтың быға ҡаршы икәнлеге мәғлүм булғайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, социалист Франсуа Олланд был законға ҡул ҡуйҙы. Бер енесле никахҡа рөхсәт итеүсе закон донъяның бер нисә илендә ҡабул ителгән. Португалия, Испания, Норвегия, Ирландия, Нидерланд, Көньяҡ Африка Республикаһы, Канада, Аргентина һәм Бразилия менән Америка Ҡушма Штаттарының бер нисә штатында бер енеслеләрҙең никахын таныған закон йәшәп килә. Әле килеп Франция ла ошо исемлекте тулыландырҙы.
Исемлектән күренеүенсә, "ҡырағай закон” менән йәшәүселәрҙең байтағы - Европа илдәре. Тәбиғәт законына ҡаршы килеп, бер төркөм енси аҙғындарҙың мәнфәғәтен ҡайғыртҡан законға, әлбиттә, күпселек халыҡ ҡаршы. Быға тиклем Европаны иҡтисади йәһәттән дә, мәҙәни яҡтан да алға киткән төбәк итеп күрһәтә килделәр һәм илебеҙҙә лә улар артынан эйәрергә тырыштылар. Тик уларҙың мәҙәнилеге " ташҡа үлсәйем” генә булып сыға түгелме һуң? Ошо закондың ҡабул ителеүе  Францияла яңы сыуалыштар башланыуға алып килде лә инде. Ризаһыҙлыҡ акцияһына сыҡҡан халыҡ менән полиция араһында бәрелеш булып, 350-нән ашыу кеше ҡулға алынған. Шуныһы ла һағайта, был закондың тәүге ҡорбандары ла бар. 26 майҙа илдең билдәле яҙыусыһы һәм тарихсыһы Доминик Веннер Париждың Алла анаһы соборында мең ярым кеше алдында пистолеттан үҙ-үҙен атып үлтерә. Ул илдә бер енесле никахҡа ҡаршы сығыусыларҙың береһе булараҡ билдәле. Полиция уның үлем алдынан яҙған запискаһын таба. Ул ил халҡын ошондай юл менән ғәфләт йоҡоһонан уятырға теләүен белдергән. Ниндәйҙер кимәлдә ул маҡсатына өлгәште тиергә була: урамдарға сыҡҡан халыҡ президенттан законды ғәмәлдән сығарыуҙы, йә булмаһа отставкаға китеүен талап итә. Бындай закон Европаның бер нисә илендә йәшәп килгәнлектән, Франсуа Олланд үҙ позицияһынан артҡа сигенмәҫ, моғайын. Ә бына ризаһыҙлыҡ акцияларын көсәйтеп кенә ебәреүе ихтимал. Ни өсөн тигәндә, ошо закон яҡлылар ҡаршылыҡты көсәйтер өсөн үҙҙәре үк тәртипһеҙлектәр ҡыла, полицияға һөжүм итеүселәрҙең дә байтағы улар. Ә ғәҙеллек даулап, киләсәк быуын мәнфәғәтен ҡайғыртыусыларҙың тауышы ишетелмәй ҡала. Ә бер енеслеләргә никахҡа инергә рөхсәт итеүсе закон, ысынлап та, һағайта. Ошо закон буйынса, бер енеслеләр никахҡа ингән осраҡта уларға уллыҡҡа бала алырға рөхсәт ителә. Ике атайлы, йә булмаһа ике әсәйле ғаиләлә (беҙҙең күҙлектән быны ғаилә тип атап булмай) нисек итеп бала тәрбиәләмәк һәм уны илдең лайыҡлы гражданы булырлыҡ шәхес итмәк кәрәк. Законға ҡаршы сығыусылар  Франсуа Олландҡа  ошо хәҡиҡәтте еткерергә тырыша ла инде.
 Швецияла ла урам сыуалыштары бара. Бындағы сыуалыштар Францияныҡынан ныҡлы айырыла. Швецияла иммигранттар урамдарға сығып төрлө тәртипһеҙлектәр ҡыла. Быға  уҙған аҙна башында илдең баш ҡалаһы Стокгольм-дан алыҫ түгел Хюсьбю ҡалаһында  Португалиянан күсеп килеүсе 69 йәшлек ҡарттың полиция тарафынан урамда атып үлтерелеүе сәбәпсе булды. Аҡылға зәғиферәк был кеше тирә-йүндәгеләргә үлтереү менән янаған имеш. Ә полиция килгәс, уларға ташланған.  Ошо ваҡиғанан һуң илгә ситтән күсеп килеүселәр үҙ мәнфәғәттәрен яҡлап урамға сыҡҡандар ҙа инде. Швецияла 9 миллион  халыҡ йәшәй һәм шуларҙың 15 процент самаһын иммигранттар тәшкил итә. Иммигранттарҙың күбеһен Ираҡ, Сомали, Афғанстан һәм Латин Америкаһы илдәренән күсенеүсе мосолмандар тәшкил итә. Шуға ла бындай сыуалыштар ил етәкселеге өсөн ҙур хәүеф сығанағы булып тора һәм киләсәктә Швецияла, моғайын, илгә иммигранттар индереүҙе сикләгән закон ҡабул ителер.
Низағ көсәйә
26 майҙа Грузия үҙенең дәүләт байрамын – үҙаллылыҡ көнөн билдәләне. Әммә был байрам властағылар өсөн низағ сығанағы ғына булды. Президент Михаил Саакашвили менән Премьер-министр Бидзина Иванашвили араһында  күптәнге аңлашылмаусанлыҡ йәшәп килә. Быға тиклем илдең төп байрамында президент хәрби парад ҡабул итә торған булған. Ә быйыл Бидзина Иванашвили, ҡулындағы властан оҫта файҙаланып, Михаил Саакашвилиҙы был мөмкинлектән мәхрүм итте. "Хәрби көстө күрһәтеү кемгә кәрәк?”- тип иҫәпләй Бидзина Иванашвили. Бынан ике йыл элек илдең үҙаллылығы көнөндә оппозициялағы Нино Буржанадзе тарафынан митинг ойошторолоп, уны көс менән ҡыуып таратҡан ваҡытта 4 кеше һәләк булғайны. Быйыл Нино Буржанадзе үҙаллылыҡ көнөндә тағы ла сығыш яһап, Михаил Саакашвилиҙың иректәге көндәренең һанаулы ғына ҡала барыуын белдерҙе. Йәғни, президентлыҡ мөҙҙәте тамамланыу менән уны ҡулға аласаҡбыҙ тип бара Нино Буржанадзе. Яңыраҡ Михаил Саакашвилиҙың арҡаҙашын, илдең элекке эске эштәр министры Вано Мерабишвилиҙы ҡулға алдылар ҙа инде. Иванашвили тарафынан ошондай "таҙартыу” уҙғарыу, әлбиттә, Саакашвилиҙың ғына түгел, Көнбайыштағы ил етәкселәренең дә сәменә теймәй ҡалмай. Шуға ла, иртәме, һуңмы Иванашвилиға Рәсәй яғына табан йөҙ борорға тура киләсәк. Әле иһә Грузия 2008 йылдағы һуғыш мәлендә Көньяҡ Осетия файҙаһына дәүләт сиге боҙолған тип, Рәсәйгә дәғүә белдерә. Грузия шарабын Рәсәйгә индереү мәсьәләһе ыңғай хәл ителде ителеүен, ә бына дәүләт сиге буйынса барлыҡҡа килгән бәхәс кем файҙаһына хәл ителер, ваҡыт күрһәтер.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.