Башҡортостан һәм Ҡытай командаларының хоккей матчына Владимир Путин һәм Си Цзиньпин килде
09 июня 2018 йыл | Сәйәсәт

Башҡортостан һәм Ҡытай командаларының хоккей матчына Владимир Путин һәм Си Цзиньпин килде8 июндә Владимир Путин Ҡытай Халыҡ Республикаһында булды. Ул унда ил рәйесе Си Цзиньпинменән осрашты. Дәүләт башлыҡтары бергәләп үҫмерҙәр командаларыныңхоккей матчынакилде.

«Матчта Рәсәй яғынан Туймазы ҡалаһының 2006 йылда тыуғандарҙың «Девон» хоккей командаһы ҡатнашты», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Хоккей федерацияһының матбуғатхеҙмәтендә.

Владимир Путин һәм Си Цзиньпинбоҙға сыҡты, йәш хоккейсылар менән аралашты һәм символик рәүештә шайба ырғытты.

«Уйын башланыр алдынан командалар Рәсәй Президентына һәм Ҡытай Рәйесенәйыйылмаларҙың свитерҙарын бүләк итте», — тип аңлаттылар Рәсәй Хоккей федерацияһында.

Билдәләп үтергә кәрәк, Туймазының «Девон»командаһы Ҡытайға Рәсәйҙә һәм ҠытайХалыҡРеспубликаһында хеҙмәттәшлекте һәм балалар хоккейын үҫтереү өсөн килде. Дуҫилдәр ике яҡҡа тренерҙарын йүнәлтә, семинарҙар уҙғара һәм йәш уйынсылар өсөн турнирҙар ойоштора. Хеҙмәттәшлекшулай уҡ балалархоккейына ла тарала, унда инфраструктурапроекттары, шулай уҡ һырғалаҡ төҙөү ингән уртаҡ үҫеш программалары әҙерләнә.