Барак Обама Рәсәйгә килерме?
31 июля 2013 йыл | Сәйәсәт

Грузияла президент һайлауына әҙерлек башланыуы, Владимир Путиндың Севастополдә Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә арналған сарала ҡатнашыуы, Барак Обаманың Рәсәйгә килеүҙән баш тартырға йыйыныуы мөһим ваҡиғалар рәтендә булды.
Көндәре һанаулы ғына ҡала
Грузияла октябрь айында яңы президент һайлаясаҡтар. Илде һыуҙан алып утҡа һалған Михаил Саакашвилиҙың властағы көндәре һанаулы ғына ҡалып бара. Әле ул президент вазифаһын биләһә лә, асылда ил менән премьер-министр идара итә. Сөнки былтыр ил ҡоролошон үҙгәртеп ҡорғандан һуң президенттың вәкәләттәре байтаҡҡа ҡыҫҡартылды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Саакашвили власта йоғонтоһон һаҡлап алып ҡалырға тырыша – урынына үҙ кешеһен ҡалдырырға ниәтләй. Үткән аҙнала Саакашвили етәкселек иткән "Милли хәрәкәт партияһы” президентлыҡҡа үҙ кешеһен – парламенттың элекке рәйесе Давид Бакрадзены тәҡдим итте. Әммә уның һайлауҙарҙа еңеп сығыры бик икеле. Сөнки илдең Премьер-министры Бидзина Иванашвилиҙың да президентлыҡҡа үҙ кешеһе – Георгий Маргвелашвили бар. Ғәмәлдәге власть кандидатураһы булараҡ, уның еңеп сығырына өмөт бағлайҙар. Әммә бында тағы ла бер кешенең, Саакашвилиға ҡаршы оппозицияла тороусы Нина Буржанадзеның килеп ҡыҫылыуы бар. Был ханым Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү яғында һәм Грузияла уның рейтингы юғары. Әгәр ҙә ул президент итеп һайлана ҡалһа, бөгөнгө Грузия киләсәктә бөтөнләй икенсе юлдан китәсәк тип төҫмөрләнә. Билдәле булыуынса, 2014 йылда АҠШ үҙ ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарырға тейеш. НАТО ағзаһы булып тормаһа ла,  Грузияның да Афғанстанда хәрби көстәре бар. Грузия НАТО-ға ағза булып инергә уҡталып 2010 йылда был илгә үҙ хәрбиҙәрен ебәргәйне. Ошо арауыҡта Афғанстанда өс тиҫтә самаһы грузин һалдаты һәләк булған, йөҙҙән ашыуы яраланған. НАТО ағзаһы ла булып тормағас, был тиклем ҡорбандар кем өсөн һәм ни өсөн кәрәк тигән урынлы һорау тыуа. Әлбиттә, Михаил Саакашвилиҙың АҠШ "тирмәненә һыу ҡойорға” теләүенән килеп сыға барыһы ла. Октябрь айында иһә Саакашвилиҙың бындай баш-баштаҡлығына, ниһайәт, сик ҡуйылыр тип көтөлә.
Ике исемле бер үк байрам
Үткән аҙнала Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Севастополдә Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә арналған сараларҙа ҡатнашты. Ошо уҡ байрамда Украина Президенты Виктор Янукович та булды. Тик күршеләш илдә был байрам Украина флоты көнө генә тип атала. Ике президент та диңгеҙселәрҙе байрамдары айҡанлы ҡотлап телмәр тотто. В.Путин ике ил диңгеҙселәрен дә байрамдары айҡанлы ҡотлаһа, В.Янукович Рәсәй моряктарын ҡотларға онотто. Уның был онотоуын һис кенә лә хәтере ҡыҫҡалығына бәйләргә ярамайҙыр. Украина яғы күптән инде Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ флотын Севастополдән ҡыҫырыҡлап сығармаҡсы итә. Дөрөҫ, Рәсәйҙең Украина биләмәһендә урынлашҡан Ҡара диңгеҙ флотының Севастополдә булыу ваҡыты ике ил араһындағы килешеүгә ярашлы башта 2018 йылға тиклем итеп ҡалдырылғайны. Һуңынан ул тағы ла 25 йылға оҙайтылды. Йәғни, алдағы 30 йылда Ҡара диңгеҙ флоты Севастополдә ҡалырға тейеш. Украина яғының фекере үҙгәреп китер типме, Рәсәй запас полигон – Новороссийск ҡалаһында Ҡара диңгеҙ флоты өсөн база ла төҙөй башлағайны. Шул уҡ ваҡытта Севастополде лә Украинаға еңел генә биргеһе килмәй. Хәрби диңгеҙ флоты көнөндә В.Путиндың Рәсәй хәрби көстәре ҡарамағындағы 4 флот араһынан тап Ҡара диңгеҙ флотын һайлауы осраҡлы түгел. Сөнки был төбәк башҡаларына ҡарағанда  күпкә мөһимерәк. Унан килеп, 2014 йылда Сочиҙа үтәсәк Ҡышҡы Олимпиаданы ла оноторға  ярамай. Был спорт байрамының именлеген тәьмин итеү ҙә Ҡара диңгеҙ флоты иңенә төшәсәк бит. В.Янукович менән осрашыуында В.Путин ошо хаҡта ла фекер алышты.
Обаманың үпкәһе Сноуденға бәйле
АҠШ Президенты Барак Обама быйыл сентябрь айында Мәскәүгә рәсми эш сәфәре менән килергә тейеш ине. Әле уның килеү-килмәүе хаҡында ҡуйы бәхәс бара. Обаманың Мәскәүгә килеүҙән баш тартырға йыйыныуының төп сәбәптәренең береһе булып, әлбиттә, АҠШ-тың Үҙәк разведка идаралығының элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуденға бәйле. Был кеше бына айҙан ашыу инде Шереметьево халыҡ-ара аэропортының транзит зонаһында ҡасып ята. Барлығы 36 илселек хеҙмәткәрҙәренең телефондан аралашыуын йәшертен тыңлау тураһындағы һәм башҡа серҙе сискәндән һуң Сноуденға АҠШ-та үлем язаһы янай. Ул рәсми рәүештә Рәсәй властарынан сәйәси һыйыныу урыны һораны. Уға аныҡ ҡына яуап биреүсе юҡ. В.Путин уны АҠШ ҡарамағына тапшырыуға ла ҡаршы. Б.Обама ошоға үсегеп Мәскәүгә килеүҙән баш тартырға йыйына ла инде. Эдвард Сноудендың яҙмышына бәйле Рәсәй-АҠШ мөнәсәбәттәре киҫкенләшеп китеүе ихтимал. Шуға ла яҡын арала был кешенең яҙмышы хәл ителер тип көтөлә. Унан килеп, 5-6 сентябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында "Ҙур Егерме” илдәре етәкселәренең саммиты үтергә тейеш. Билдәле булыуынса, "Ҙур егерме” илдәренә Германия, Франция, Бөйөк Британия, Төркиә, Австралия, Аргентина, Бразилия, Һиндостан, Ҡытай, Индонезия, Италия, Канада, Мексика, АҠШ, Сәғүд Ғәрәбстаны, Көньяҡ Африка Республикаһы, Корея Республикаһы, Япония, Европа Союзы һәм Рәсәй керә. Шуға ла был форумда ҡатнашыр өсөн Барак Обамаға барыбер Рәсәй еренә аяҡ баҫырға тура киләсәк.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.