Украина ике ут уртаһында
29 января 2014 йыл | Сәйәсәт

Украиналағы хәл-ваҡиғалар бар донъяны тетрәндерҙе. АҠШ-тың Сомалиҙы бомбаға тотоуы ла иғтибар үҙәгендә булды.
Мәғәнәһеҙ һуғышта ҡан ҡойола
Украина бына ике ай инде көсөргәнешле осор кисерә. Оппозиция вәкилдәре – илдең "Батковщина” һәм "Удар” партиялары ғәмәлдәге власҡа ризаһыҙлыҡ белдереп, Майҙанға сығып, урам сыуалыштары башлап ебәргәйне. Хәҙер иһә был сыуалыштар ысын мәғәнәһендә граждандар һуғышына әүерелеп бара. Эйе, ике яҡ та бирешергә теләмәй. Ә үҙҙәрен оппозицияла тип иғлан итеүселәр ни теләгәндәрен дә аңламайҙар. Украина Президенты Виктор Янукович оппозиция вәкилдәрен үҙенә саҡырып, улар менән тыныслыҡ килешеүе төҙөшөргә уйлашҡан ине. "Батковщина” партияһы етәксеһе Арсений Яценюкка юғары вазифа – вице-премьер посы ла тәҡдим ителде. "Удар” партияһы етәксеһе, билдәле бокссы Виталий Кличко ла ошондай тәҡдим алды ил етәксеһе Виктор Януковичтан. Әммә улар икеһе лә был тәҡдимдән баш тартты. Виктор Янукович ҡулы аҫтында эшләргә теләмәүҙәрен ошолай аңлатты улар. Ә власть өсөн һуғыш дауам итә. Украинаның көнбайыш өлкәләрен оппозиция вәкилдәре баҫып алып бөтөп бара. Көнсығыштағы өлкәләр Рәсәйгә теләктәшлек белдереп, киреһенсә, көнбайыштағы ватандаштарын тәнҡитләп, ҡаршылыҡ акциялары ойоштора. Ошондай шарттарҙа Виктор Януковичҡа Рәсәйгә таянырға кәрәк тә бит. Тик ул әлегә ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәй. Дөрөҫ, Мәскәүгә килеп Владимир Путин менән кәңәшләшеп ҡайтты.
АҠШ һәм Көнбайыш Европа илдәре етәкселәре лә тик ятмай. Тап улар Украина оппозицияһын ғәмәлдәге власҡа ҡарата һөсләтә лә инде. Ҡайһы бер мәғлүмәт саралары әлеге сыуалыштарҙы финанслауҙы АҠШ-ҡа япһара. Был дөрөҫтөр ҙә. Сөнки Украинаның ЕС ассоцияцияһы менән килешеү төҙөшөүҙән баш тартыуынан һуң был илгә ҡарата санкция иғлан итәсәктәре хаҡында белдергәйнеләр. Санкция иғлан итеп торманылар, ә оппозиция вәкилдәрен һөсләттеләр. Украинаның көнбайыш өлөшө күптән инде уларҙың йолаһы буйынса йәшәй, Рәсәйҙе һанға һуҡмай. Араларында фашист тәғлимәтен алға һөрөүселәр ҙә бар.  Оло быуын әле лә иҫләй: Украинаның көнбайышында йәшәүселәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашистар яғында совет ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, тиеүҙәре дөрөҫтөр. Нисәмә йылдар үтһә лә, фашизм идеяһын алға һөрөүселәрҙең балалары, уларҙың ярсыҡтары атай-олатайҙарының хыялын тормошҡа ашырмаҡсы итә. Виктор Януковичҡа ҡатыраҡ ҡуллы булырға кәрәк ине лә бит. Тик ул йомшаҡлыҡ күрһәтте. Башлап ебәреүселәрҙе баштан уҡ ҡулға алған осраҡта бындай хәл килеп тыумаҫ ине. Халыҡты ҡуҙғытыусыларға ҡарата Закон да бик һуңлап ҡабул ителде. Юғары Рада депутаттары быйыл 16 ғинуарҙа сыуалыш ойоштороусыларға ҡарата ҡаты Закон ҡабул иткәйне. Көнбайыш Европа илдәре һәм АҠШ Украинаның был Законын ҡаты тәнҡит утына тотто. Ә үҙҙәрендә бындай Закон күптән эшләп килә. Ҡайһы бер статьялары Украина Законынан ҡатыраҡ та. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, суверенлы дәүләттең эске эштәренә ҡыҫылалар. Балтик буйы илдәре кеүек Украинаны ла үҙ яҡтарына ауҙарып алмаҡсылар. Ошондай шарттарҙа Рәсәй Украинаға аҡсалата ярҙам күрһәтеп ҡараған ине лә бит. Күрәһең, был ғына аҙ булғандыр. Бәлки, оппозицияны ла айырым "майларға” кәрәк булғандыр. Украинаны ла Таможня союзына (Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан) ылыҡтырырға торған бер мәлдә ошондай ыҙғыш барлыҡҡа килеүе, әлбиттә, Рәсәй файҙаһына түгел. Илдең сит ил эштәре буйынса министры Сергей Лавров хәл-ваҡиғаны көйләргә тырышып ҡарай ҙа бит. Тик был ғына аҙ, күрәһең. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы етәксеһе Пан Ги Мун, АҠШ Президенты Барак Обама, Рәсәй Президенты Владимир Путин, Украина етәксеһе Виктор Януковичтың бергәләшеп осрашыуҙары талап ителә. Шунһыҙ хәл-ваҡиғаны көйләп булмаҫтыр. Йә Украина өс өлөшкә бүленә, йә тулыһынса Көнбайыш йоғонтоһона биреләсәк. Ҡырым ярым утрауында йәшәүселәр үҙ автономияларын даулай башланылар инде. Улар айырым дәүләтселек булдырыуҙы көҫәй.
АҠШ йәнә һуғыш башланы
Америка Ҡушма Штаттары етәкселеге Африка илдәренә һуғыш асыуҙы ғәҙәт итеп алды. Мысыр, Тунис, Ливия кеүек илдәрҙә боларыш булдырыуы етмәгән, үткән аҙнала Сомалиҙы ла бомбаға тотто. Йәнәһе лә, был илдә террорсылар йәшеренеп ята, имеш. Көслөнөкө - замана, тиеүҙәре дөрөҫтөр. Билдәле булыуынса, Самолиҙа 1991 йылдан бирле граждандар һуғышы бара. ”Аш-Шабаба” боевиктары Хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. "Аш-Шабаба” террорсылар әҙерләүсе булып танылған, билдәле "Әл-Ҡаһиҙә” ойошмаһының филиалы булып тора. Пакистан етәкселеге АҠШ-тың бындай аҙымын ҡаты тәнҡит утына тотто. Илдең Премьер-министры Науаз Шәриф Вашингтонға рәсми эш сәфәре менән дә барып ҡайтты. Тик был ғына АҠШ етәкселеген яман уйҙан дүндерә алманы.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.