Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы
24 апреля 2018 йыл | Сәйәсәт

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманыБашҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш ике сәғәт ярым дауам итте. Тәүге һорау республиканың иҡтисади хәленә бәйле ине. Рөстәм Зәки улы  республиканың былтырғы эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны.

Бөрйән бал ҡортон һаҡлайыҡ!
20 апреля 2018 йыл | Сәйәсәт

Бөрйән бал ҡортон һаҡлайыҡ!Рус География үҙәге етәксеһе Камил Йыһаншин бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында сит төбәктәрҙән, айырыуса Азия, Кавказ төбәгенән сит ҡорттарҙы индереүҙе тыйыу, республикала урындағы тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн махсус программа ҡабул итеү кәрәклеген еткерҙе. Апимондия - 2021 ҡортсоларҙың халыҡ-ара симпозиумын үткәрергә торғанда был мәсьәлә айырыуса мөһим, тине Камил Йыһаншин.
- Был мәсьәләне хәл итеү буйынса сара күрергә ҡушырмын, бөрйән бал ҡорто бик үҙенсәлекле, уны һаҡлап ҡалырға кәрәк, -тине Республика Башлығы.

Торатауҙың тейелгеһеҙлеге йәнә һорау булып ҡалҡа
20 апреля 2018 йыл | Сәйәсәт

Торатауҙың тейелгеһеҙлеге йәнә һорау булып ҡалҡаРөстәм Хәмитов тәбиғәт ҡомартҡылары булған Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау яҙмыштары хаҡындағы һорауға яуап биреп, был тәбиғәт ҡомартҡыларының статусы тейелгеһеҙ булыуын, ә предприятеларға эшкәртеү өсөн республикала ошоға оҡшаш эзбиз ятҡылыҡтарының күп булыуын белдерҙе.

Алданыусылар һаман бар
20 апреля 2018 йыл | Сәйәсәт

Алданыусылар һаман бар
Тура бәйләнеш барышында Рөстәм Хәмитов күп фатирлы йорт төҙөү барышында алданыусылар һорауына яуап бирҙе. Уның белдереүенсә, әле Өфөлә ошондай 77 йорт иҫәпләнә һәм алданыусы кешеләрҙең һаны 5 мең 600-ҙән ашыу. Рөстәм Зәки улы ҡайһы йорттоң ҡасан файҙаланыуға тапшырыласағын белдерҙе. Республика ҡаҙнаһына өҫтәмә сығым булып ятһа ла, "дольщиктар" менән эшләүҙе туҡтатмаясаҡбыҙ, уларҙың һорауын тулыһынса ҡәнәғәтләндерәсәкбеҙ,-тине. Ул шулай уҡ был йәһәттән хоҡуҡ һаҡлау органдарына был мәсьәләне етди контролгә алырға ҡушты.

Депутаттар ниндәй булырға тейеш?
20 апреля 2018 йыл | Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитовтан БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депуттары итеп кемдәрҙе күрергә теләүен һоранылар. Уның белдереүенсә, республика парламентында профессионалдар эшләргә тейеш. 2018 йылдағы һайлауҙар 2013 йылдағыһынан байтаҡҡа айырыласаҡ. 35 йәшкә тиклемге йәштәр күберәк килһә һәйбәтерәк булыр ине. Шул уҡ ваҡытта төрлө партияларҙың, төрлө милләт кешеләренең депутат булып һайланып, күп милләтле республика халҡына хеҙмәт итеүҙәрен теләне.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30