Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
25 мая 2013 йыл | Сәйәсәт

Районда
* 27 майҙа район мәктәптәренең сығарылыш класс уҡыусылары тәүге һынау – рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ.
* 29-31 майҙа "Имәнкәй” балаларҙы һауыҡтырыу спорт-туристик лагерында 10-сы класс егеттәренең хәрби йыйыны үтәсәк.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
18 мая 2013 йыл | Сәйәсәт

Районда
* Бөгөн районда экологик өмә уҙғарыла. Унда "Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының йәштәр аймағы һәм Йәштәр советы әүҙем ҡатнаша. Төлкәҫ йылғаһы йырҙаһын таҙартыу төп бурыстарҙың береһе булып тора.
* 22 майҙа Красноусолдағы "Әкиәт” балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтә.
* Красноусолда мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениелары араһында "Балалар баҡсаһында хәүефһеҙлек проекты эшмәкәрлеге” тигән конкурс үтте. Унда "Миләшкәй” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Е.В.Алексеенконың проекты иң уңышлыһы тип табылды.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
11 мая 2013 йыл | Сәйәсәт

Районда
* Бөгөн "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Бөйөк Еңеү көнөнә арнап беренсе тапҡыр йөҙөү буйынса ярыш үтә. Ярыш ике төркөмдә, мәктәп уҡыусылары араһында - 25, өлкәндәр араһында 50 метр араға уҙғарыла. Ярыш 11.00 сәғәттә башлана.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
04 мая 2013 йыл | Сәйәсәт

Районда
* Ямғырҙар сәсеү эштәрен ныҡлы тотҡарлай. Әлегә "Ағиҙел”, "Урожай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Шишмә” фермер хужалығы (М.Латипов) игенселәре генә сәсеүгә төшкәйне. Дым ҡаплатыу, ужымды өҫтәмә аҙыҡландырыу эштәре теүәлләнеү алдында. Көндәр аяҙ торһа, бөгөн-иртәгә бөтә хужалыҡтар ҙа дәррәү баҫыуға сығасаҡ.

Япония килешеүгә өмөт итә
30 апреля 2013 йыл | Сәйәсәт

Италияла яңы хөкүмәт составы раҫланыуы, Япония Премьер-министры Синдзо Абэның Рәсәйгә эш сәфәре менән килеүе  үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары булды.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 21 22 23 24 25 26 27 28 29 ... 30