Альбинаға тауыш бирегеҙ!
04 апреля 2017 йыл | Шылтырат!

Красноусолдан Альбина Әхтәмова "Мисс-Рәсәй-2017" конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Интернетта уның өсөн тауыш биреү бара. http://www.missrussia.ru/сайтына инеп, уның өсөн тауыш бирә алаһығыҙ.

Урманды янғындарҙан һаҡлайыҡ!
04 апреля 2017 йыл | Шылтырат!, Йәмғиәт

Янғын хәүефһеҙлеге осоро башланыу менән бәйле, "Башҡортостан Республикаһы Урман янғындарын һүндереү һәм иҫкәртеү Үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһы көндәр йылыныу менән урмандарҙа янғын сығыу хәүефе артыуы хаҡында иҫкәртә. Шуға ла тәбиғәткә ял итергә сығып усаҡ яҡҡанда янғын хәүефһеҙлеген мотлаҡ теүәл үтәргә кәрәк.
Урмандарҙы янғындан һаҡлау маҡсатында һәм янғын сыға ҡалһа, уны тиҙ арала һүндереү сараһын күреү өсөн райондарҙа урынлашҡан 3-сө типтағы янғын-химик станциялары хеҙмәткәрҙәрен һәм халыҡты уяулыҡҡа саҡырабыҙ. Янғын сыға ҡалһа, тиҙ арала БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Телефондар: 8(347)218-14-14, 8(347) 271-57-07, 8-800-100-94-00.

Тротуар ниңә таҙартылмай?
03 февраля 2017 йыл | Шылтырат!

Красноусолдың Новоселка биҫтәһендә йәшәйем, йомош менән көн дә тиерлек үҙәк урамдарға барырға тура килә.
Әммә Коммунистик урамдан килгәндә 3-сө мәктәп менән автовокзал араһын мең бәлә менән үтәһең. Сөнки был арауыҡта тротуар көҙҙән бирле тиерлек таҙартылғаны юҡ. Айырыуса элекке торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эргәһендә үткеһеҙ ҡар өйөмө. Ә бит ошо юлдан балалар мәктәпкә, Талбазы һөнәрселек колледжының Красноусол филиалында уҡыусылар дөйөм ятаҡтан уҡырға йөрөй. Аңлайым, быйыл ҡар күп яуа. Әммә автомобиль юлдарын ғына түгел, йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән тротуарҙарҙы ла таҙартһындар ине.
Урал ИҒЗАКОВ.
Красноусол ауылы.

Тубыҡтан батҡаҡ кисәбеҙ
22 сентября 2016 йыл | Хаттар, Шылтырат!

Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева менән булған әңгәмәне уҡып, ауыл урамдары юлдарына таш түшәлеп, ремонт уҙғарылыуына бик һөйөндөк.
Һөйөндөк тә, үҙебеҙҙең Тау урамы юлдарын күреп сикһеҙ көйөндөк.

Яңы бурыстар билдәләнде
06 сентября 2016 йыл | Мәғариф, Шылтырат!

22 августа район мәҙәниәт һарайында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе булып үтте.Яңы бурыстар билдәләнде
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4