Тротуар ниңә таҙартылмай?
03 февраля 2017 йыл | Шылтырат!

Красноусолдың Новоселка биҫтәһендә йәшәйем, йомош менән көн дә тиерлек үҙәк урамдарға барырға тура килә.
Әммә Коммунистик урамдан килгәндә 3-сө мәктәп менән автовокзал араһын мең бәлә менән үтәһең. Сөнки был арауыҡта тротуар көҙҙән бирле тиерлек таҙартылғаны юҡ. Айырыуса элекке торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эргәһендә үткеһеҙ ҡар өйөмө. Ә бит ошо юлдан балалар мәктәпкә, Талбазы һөнәрселек колледжының Красноусол филиалында уҡыусылар дөйөм ятаҡтан уҡырға йөрөй. Аңлайым, быйыл ҡар күп яуа. Әммә автомобиль юлдарын ғына түгел, йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән тротуарҙарҙы ла таҙартһындар ине.
Урал ИҒЗАКОВ.
Красноусол ауылы.