Урманды янғындарҙан һаҡлайыҡ!
04 апреля 2017 йыл | Шылтырат!, Йәмғиәт

Янғын хәүефһеҙлеге осоро башланыу менән бәйле, "Башҡортостан Республикаһы Урман янғындарын һүндереү һәм иҫкәртеү Үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһы көндәр йылыныу менән урмандарҙа янғын сығыу хәүефе артыуы хаҡында иҫкәртә. Шуға ла тәбиғәткә ял итергә сығып усаҡ яҡҡанда янғын хәүефһеҙлеген мотлаҡ теүәл үтәргә кәрәк.
Урмандарҙы янғындан һаҡлау маҡсатында һәм янғын сыға ҡалһа, уны тиҙ арала һүндереү сараһын күреү өсөн райондарҙа урынлашҡан 3-сө типтағы янғын-химик станциялары хеҙмәткәрҙәрен һәм халыҡты уяулыҡҡа саҡырабыҙ. Янғын сыға ҡалһа, тиҙ арала БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Телефондар: 8(347)218-14-14, 8(347) 271-57-07, 8-800-100-94-00.