Республика Башлығы тура эфирҙа
13 апреля 2018 йыл | Шылтырат!, Йәмғиәт

Кесе йома, 19 апрелдә киске сәғәт 7-лә тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирә. «Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-24. Башҡортостан», «Вся Уфа» телеканалдарында ҡарарға, «Спутник FM», «Рәсәй радиоһы. Башҡортостан» радиостанцияларында тыңларға мөмкин.
Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге 12 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙа эшләй башлай һәм тапшырыу аҙағынаса дауам итә. Уға көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға хәтлем 8–800–347–03–47 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай.
«Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуы республика телеканалдарында 2011 йылдан башлап эфирға сыға.