Лайыҡлы еңеү – Красноусол волейболсыларында
30 января 2013 йыл | Спорт

Шәмбе көндө Красноусолда В.И.Воробьев кубогына волейбол буйынса район турниры үтте. Ярыш 3-сө мәктәптә һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә барҙы.
"Урожай” КХ-һы командаһы Сәйетбаба ауыл хакимиәте командаһы менән уйнаны. Уйын Сәйетбаба командаһы файҙаһына 2:0 иҫәбенә тамамланды. Үзбәк ауылы волейболсылары Красноусол командаһы менән финалда осрашты. Положениеға ярашлы финалдағы уйын биш партиянан торҙо. Көсөргәнешле ярышта 3:1 иҫәбе менән Красноусол командаһы еңде. Дөйөм ярыш һөҙөмтәләре буйынса ла Красноусол волейболсылары 1-се урынды яуланы. Үзбәк ауылы командаһы 2-се урынға лайыҡ булды. 3-сө урынды Сәйетбаба уйынсылары алды.
Ойоштороу комитеты ярышта ҡатнашыусыларға туҡландырыуҙы ойоштороуҙа бағыусы булған "Урожай” КХ-һына (етәксеһе Н.М.Хисаметдинов) һәм Красноусолдағы 3-сө мәктәп етәкселегенә (директоры А.С.Рудкевич) рәхмәт белдерә.