Алыш бармы, көрәш бармы? Көрәш бар!
31 марта 2014 йыл | Спорт

Сәйетбаба мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә "Табын” гәзите призына сираттағы милли көрәш бәйгеһе уҙҙы. 23 йыл элек башлап ойошторолған тәүге ярыш та Сәйетбабала үткәрелгәйне. Уның өс йыл рәттән бында үтеүе, һуңынан да йыш ҡына көрәшселәрҙең ошо ауылда көс һынашыуы, әлбиттә, юҡтан ғына түгел. Сәйетбабала спортҡа, айырыуса милли көрәшкә элек-электән иғтибар бар. Ғорурланыр көрәшселәре бик күп сәйетбабаларҙың.
Сараны тантаналы асып, тәүге һүҙ төп ойоштороусы – "Табын” гәзите мөхәррире Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы Собханғоловаға бирелде. Ул кфөрәшселәрҙе тәбрикләп, уларға еңеүҙәр теләне.
- Бөгөнгө сара  күтәренке рухта, күңелле шарттарҙа үтә, - тине ул. – Күптән түгел Сочиҙа үткән Олимпиадала, шулай уҡ Паралимпиадала Башҡортостан спортсылары ла ҡатнашып, еңеүҙәргә иреште. Был да бөгөнгө бәйгеселәребеҙгә дәрт, ҡеүәт бирәлер.
Был бәйге 23-сө тапҡыр уҙғарыла. Тимәк ошо арауыҡта 23 быуын алышынған. Тәүләп келәмгә сыҡҡан үҫмерҙәрҙең күбеһе хәҙер инде билдәле көрәшселәр булып танылды. Беҙ тәүге еңеүселәребеҙҙе лә онотмайбыҙ, уларҙың исемдәрен ғорурлыҡ менән телгә алабыҙ. Сарала ҡатнашыусылар "Табын” призына көрәште башлап ойоштороусыларҙың береһе булған мәрхүм Мөҙәрис Йәнешев, Ришат Исхаҡов, Азат Әбелғужин һәм ошо йылдар эсендә ысын көрәшсе булып танылып өлгөргән Кинйә Вәлитовты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Бәйгеселәрҙе тәбрикләп шулай уҡ ра-йон хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Салауатов, сәсәниә, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Розалия Солтангәрәева, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Билбау көрәше буйынса федерацияның башҡарма директоры Гөлнур Ҡолһарина, Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәмил Латипов сығыш яһаны. Гөлнур Ҡолһарина милли көрәште үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәтенә Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
- Һаумыһығыҙ, батырҙар! – тип башланы тәбрикләү сығышын Розалия Солтангәрәева. – Батыры булған ил борон-борондан көслө, ғәйрәтле ил һаналған. Тимәк һеҙ, көрәшселәр, үҙ төйәгегеҙҙең данын күтәреүселәр.
Былтырғы еңеүсе командалар вәкилдәре тантаналы шарттарҙа флаг күтәрҙе һәм бәйге башланып китте.
Бер юлы ике келәмдә барған ярышты 35 кг ауырлыҡтағы көрәшселәр башлап ебәрҙе. Йәш батырҙар – Ҡауарҙы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Илдар Абдуллин менән Сәйетбабанан 7-се класс уҡыусыһы Дамир Суфиянов бындай бәйгелә беренсе тапҡыр ҡатнашһалар ҙа, үҙҙәрен ысын көрәшселәр кеүек тотоп, сәмләнеп көрәште. Көйәрмәндәр "Илдар, Илдар…”, йә "Дамир” тип ҡысҡырып бәйгеселәргә көс-ҡеүәт бирергә тырышты. Сәйетбаба егете Дамир шулай ҙа ғәйрәтлерәк булып сыҡты, көсөргәнешле алышта ул еңде.
Икенсе келәмдә барған алышта Эмиль Юлбарисов үҙенең көслө икәнлеген иҫбатланы. Ҡауарҙынан Рәсил Ваһапов менән Красноусолдағы 2-се мәктәптән Илһам Дәүләтшиндың көрәше лә мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы булды. Көйәрмәндәр тауышынан спорт залы яңғырап торҙо. Был алышта Ҡауарҙы мәктәбе уҡыусыһы таҫыллыраҡ, көслөрәк булып сыҡты. Ғөмүмән, ике майҙанда ла бәйге сәмле барҙы. Көйәрмәндәр үҙҙәре көрәшкәндәй, урындарында ултырып түҙмәй, һеү-һеүләп үҙ батырҙарына ғәйрәт биреп торҙо. Көйәрмәндәр тигәндән, йәштәр генә түгел, оло быуын вәкилдәре лә килгәйне көрәште тамаша ҡылырға. 86 йәшлек уҡытыусы-ветеран Ғәлимйән Шакиров та ҡорҙаштары менән ярыш барышын ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Күп йылдар көрәш майҙанында бил бирмәгән ветеран көрәшселәр Рифат Исха-ҡов менән 50-не үткән Уразбай Собханғолов бәйгене ҡарарға ғына түгел, йәшлектәрен иҫкә төшөрөп үҙҙәре лә көрәшеп ҡарау уйы менән килгән. Рифат Стәрлетамаҡта белем алыусы Флорид Ғибаҙуллин менән көрәште. Көс һәм таҫыллыҡ, тәжрибә булһа ла, йәшлек йәшлек инде. Флоридтан еңелде Рифат. Әйтергә кәрәк, Флорид былтыр ҙа район башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған бәйгелә икенсе урын алғайны.
Бөгөнгө сарала Ҡауарҙы, Юлыҡ, Йөҙимән, Сәйетбаба, Ҡарағай, Имәндәш, Красноусолдың 2-се, 3-сө мәктәптәренән, 130-сы һөнәрселек училищеһынан, Красноусол башҡорт гимназия интернатынан балалар, шулай уҡ Сәйетбаба, Красноусол, Ҡауарҙы, Ҡарағай, Имәндәш ауыл биләмәһенән һәм Стәрлетамаҡ көрәшселәре ҡатнашты. Улар араһындағы бик ҡыҙыу, көсөргәнешле барған бәйге һуңында еңеүселәр билдәләнеп, еңеү яулаусылар "Табын” гәзите һәм айырым эшҡыуарҙар, ойошма-предприятиелар әҙерләгән махсус бүләктәргә лайыҡ булдылар. Ә инде дөйөм командалар араһында еңеүселәр Билбаулы көрәш Федерацияһы кубоктары менән бүләкләнде.
Абсолют чемпион Айгиз Зәйнетдиновты ата-бабаларыбыҙҙан килгән йолаға ярашлы сәсәниә Розалия Солтангәрәева ҡотланы. Үҙенсәлекле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды еңеүсене тәбрикләү. Күңелгә үтерлек, тулҡынландырғыс булды. Еңеүсенең биленә бәйләнгән билбауҙың оло мәғәнәгә эйә булыуын аңлатып үтте сәсәниә. Башҡорттарҙың борон-борондан мотлаҡ билбаулы булы-уын, хөрмәтләү билдәһе итеп батырҙарына ҡыҙыл билбау бәйләүҙәре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Р.Солтангәрәева бөгөнгө бәйгенең иң ғәйрәтле батыры Айгиз Зәйнетдиновтың биленә билбау бәйләп, унан сараға килеүселәр алдында ант һүҙҙәре әйттерҙе.
- Халҡыма ант итәм, - тип ҡабатланы Айгиз билдәле сәсәниә артынан, - илемде, еремде һаҡлармын, яҡлармын, халҡыма хеҙмәт итермен.
Еңеүселәрҙең бындай һүҙҙәр менән көйәрмәндәр һәм бәйгелә ҡатнашыусылар алдында ант иткәндәре юҡ ине әле. Был яңы алым тәүге тапҡыр булһа ла тетрәндергес, тулҡынландырғыс ине. Абсолют чемпион үҙе лә хисле тәьҫораттарға бирелеп, еңеү шатлығы менән бер рәттән яуаплылыҡ, илһөйәрлек тойғоһо ла кисергәндер, моғайын. Яңы келәмгә сыҡҡан йәш көрәшселәр өсөн дә бик әһәмиәтле, алдағы бәйгеләрҙә еңеүгә этәргес булғандыр был күренеш. Ғөмүмән, онотолмаҫлыҡ булды "Табын” гәзите башлап, йыл да уны ойоштороп килгән милли көрәш бәйгеһенең сираттағыһы.
Фәрғәт ҒӘЛИН.