Баскетбол – етеҙҙәр , таҫылдар уйыны
21 января 2015 йыл | Спорт

Баскетбол – етеҙҙәр , таҫылдар уйыныБашҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусыларының ХVII спартакиадаһы сиктәрендә "КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы чемпионаты регламенты буйынса балалар спорт клубтары командалары баскетбол буйынса финал ярыштарына беҙҙең районға килде. 14-16 ғинуарҙа баскетболсы ҡыҙҙар  командалары үҙ-ара көс һынашты.
Республикабыҙҙың төбәк-ара ярыштарҙа еңеүгә өлгәшкән, иң көслө 14 – Архангел, Ауырғазы, Әбйәлил, Благовар, Дыуан, Ейәнсура, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Миәкә, Салауат, Шишмә - командалары йыйылды. Красноусолдағы 1-се мәктәптә үткән чемпионатты асыу тантанаһында  район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, БР Мәғариф министрлығының уҡыусыларға физик тәрбиә биреү идаралығы белгесе Альфред Рәхимуллин ҡатнашты. Спортсыларға уңыштар, иң көслөләр, таҫылдар еңеүгә өлгәшһен, тигән теләктәрен белдерҙеләр. Командаларҙы район мәҙәниәт һарайынан Рәмил Ҡотдосов ҡурай моңдары, 1-се мәктәп һандуғасы Арина Селянина, Ырымбур өлкәһенән ҡунаҡ – филармония артисы, солист Александр Зазулин йырҙары менән сәләмләне.
Баскетболсылар Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 1-се һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре спорт залдарында ярышты.
Ниһайәт, ярыштар тамамланды. Көсөргәнешле бәйгелә Ауырғазы районының Талбазы ауылындағы 1-се һанлы лицейы командаһы еңеүсе булды. Дыуан баскетболсылары – 2-се, архангелдәр 3-сө урын яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ярышта беҙҙең райондан команда ҡатнашманы.
16 ғинуарҙа районыбыҙ йәнә 14 райондың баскетболсы егеттәр командаларын ҡабул итте. Өс көн буйына барған сәмле ярыштар Ауырғазы районының Талбазы ауылындағы 1-се һанлы лицейы командаһы еңеүе менән тамамланды. Кушнаренколар – 2-се, миәкәләр 3-сө урынға лайыҡ булды. Беҙҙең район баскетболсыларына 6-сы урын менән сикләнергә тура килде.
И.АЙҘАРОВА.