Район данын яҡланылар
18 февраля 2015 йыл | Спорт

5 февралдә мәктәп уҡыусыларының ХVII Спартакиадаһы сиктәрендә Ҡырмыҫҡалыла милли көрәш ярышы үтте.
Унда беҙҙең район данын физкультура уҡытыусыһы И.Р.Шәйәхмәтов етәкселегендә Сәйетбаба мәктәбе уҡыусылары яҡланы. Көсөргәнешле бәйгенән улар 3-сө урын алып ҡайтты. Ә 9-сы класс уҡыусыһы Филүс Рәхимов үҙ ауырлыҡ категорияһында 1-се урын яуланы.
Ярышҡа барыу өсөн финанс яҡтан ярҙам күрһәткән район хакимиәте етәкселегенә рәхмәт белдерәбеҙ һәм йәш көрәшселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ.
Раил КАМАЛЕТДИНОВ,
мәғариф бүлеге методисы.