Осрашыуға шәп сәбәп
30 мая 2016 йыл | Спорт

Осрашыуға шәп сәбәпМәктәпте өс тиҫтә йылдар элек тамамлаған, райондың күренекле спортсыһы Рафаэль Юлмөхәмәтов инициативаһы менән (үҙе эшләп киткән Үтәк мәктәбендә бындай ярыштар үткәреү ғәҙәти хәл икән) "Юлыҡ” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы (ТОС) планы нигеҙендә ойошторолған байрам-ярышты асып, мәктәп директоры Рәфис Ғәлинур улы Абдрахманов бағыусыларға ҙур рәхмәтен еткереп, мәктәп тормошо менән таныштырҙы. Ҡауарҙы ауыл хакимиәте башлығы Илфат Әхмәт улы Ҡужин да ауылдаштарын йышыраҡ ҡайтырға саҡырып, уңыштар теләне. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, Юлыҡ кейәүе Рифат Мөнир улы Ишмөхәмәтов, һау-сәләмәт, шат күңелле булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк, тип барыһын да ихлас күңелдән сәләмләне.
Мәктәптә күп йылдар волейбол секцияһын етәкләп, тос уңыштарға өлгәшкән Кәрим Закуан улы Кәримов ярыш шарттары менән таныштырғандан һуң, урамдар, нәҫелдәр командалары ҡатнашлығындағы уйын башланып та китте. Ярыш сәменән бигерәк, тыуған мәктәптәре стенаһында бала саҡтарын иҫкә алырға килгән
ауылдаштар өсөн ысын мәғәнәһендә байрам ине. Уларҙың байтағын был ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс спорт донъяһына етәкләп алып ингән тренер Кәрим Кәримовҡа рәхмәттәрен, йылы һүҙҙәрен әйтергә форсат та булды. Йәмле лә, йәнле лә ярыштан һуң нәҫелдәр араһында күсмә кубокты Кәримовтар алһа, Юлмөхәмәтовтарҙың икенсе урынды яулауы мәғлүм булды. Кубокты урам командалары арһында Үҙәк урамдар алып ҡыуанһа, Мәжит Ғафури урамында йәшәүселәр икенсе урынға лайыҡ булыуҙары өсөн шатланды. Ә Япония һәм Еҙем урамында йәшәүселәр өсөнсө, дүртенсе урындарҙы дуҫтарса бүлеште. Ярыш мәлендә "Иң яҡшы уйынсы” – Айгиз Кәримов, "Иң ҡиммәтле (Ценный) уйынсы” Фәнүр Дәүләтбаев, егеттәр араһында – Айҙар Кәримов, ҡыҙҙар араһында Йәмилә Кинйәғолова "Иң йәш уйынсы” тип табылһа, "Иң оло йәштәге
уйынсы” – Рифат Ишмөхәмәтов, "Иң яҡшы бәйләнеш урынлаштырыусы” (связующий)Азамат Зәйнетдинов икәнлеге асыҡланды.
Уйында ҡатнашыусылар, ойошто-роусылар исеменән мәктәп хакимиәтенә, ашнаҡсыларға, бағыусылар - Р.М.Ишмөхәмәтовҡа, ауылдаштарыбыҙ Салауат Заһитовҡа, Рәмзиә һәм Һаҙый, Флүрә һәм Наил, Роза һәм Рафаэль Юлмөхәмәтовтарға, Дамира Кәримоваға, һеңлеле-ағалы Зәбиҙә һәм Илфат Ҡужиндарға, шәхси эшҡыуар Илһам Шаһиевҡа, район хакимиәтенең спорт бүлегенә (Ш.Хәкимов) рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һағынышып күреште, сәмләнешеп ярышты, тағы ла киләһе йылдың февраль айында осрашырға һүҙ ҡуйышып, бик тә ҡәнәғәт булып таралышты юлыҡтар ярыш-байрамдан. Ә быйыл июнь айында футболсылар көс һынашып ҡарарға булдылар.
Әйткәндәй, быйылғы йыл барышында йәмәғәт эштәрендә Юлмөхәмәтовтар әүҙемлек күрһәтә. Яңыраҡ Өфөлә йәшәүсе ауылдашыбыҙ Ришат Юлмөхәмәтов Еҙем йылғаһы буйына ағас ултыртыуҙа финанс ярҙамы күрһәтеп, үҙе лә өмәлә ҡатнашты. Ауыл Советы депутаты Фәнзил Сәфәрғолов өмәләрҙә ҡатнашыусылырға рәхмәтен еткерҙе һәм күпселек осраҡта йәмәғәт эштәрендә бер үк ауылдаштар ҡатнашып, башҡаларҙың ситтә ҡалыуына борсолоуын
белдерҙе.
Альмира ЯҠШЫБАЕВА.