Сәләмәтлек һәм спорт йәнә модала
26 октября 2016 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Р.М.Ишмөхәмәтов бәйге йомғаҡтарын ыңғай баһаланы. Әммә һауа торошоноң тотороҡло булмауы ғына сарала ҡатнашыусыларҙың көтөлгәндән әҙерәк булыуына килтерҙе.
Ысынлап та, еңел атлетика ярыштары уҙған көндөң ямғырлы һәм еләҫ булыуы үҙенең кире һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Шул сәбәпле йүгеректәр командалары бик әҙ ҡатнашты. Красноусолдағы 1-се, 3-сө һәм башҡорт гимназияһы, Аҡкүл, Еҙем-Ҡаран, Курорт мәктәптәре командалары ғына килгәйне. Ярыштар ике этаптан – тәүгеһе "Йәшлек” ял паркында үтте.
Спорт ярыштарын асып, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рифат Ишмөхәмәтов сараның маҡсаты һәм бурыстары хаҡында аңлатма биреп, ГТО хаҡында бәйән итте һәм был Комплекстың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сәләмәт йәшәү рәүеше -  буш һүҙ генә түгел, ә бөгөн илебеҙҙә алыҫ совет дәүерендәге кеүек формала, таҫыллы, көслө һәм етеҙ булырға теләгәндәрҙе дәртләндерергә форсат тыуҙы. ГТО Комплексы физкультура һәм спорт менән әүҙем шөғөлләнеүселәргә махсус значоктарҙы ғорур йөрөтөүгә, шулай уҡ киләсәктә тейешле өҫтөнлөктәргә эйә булыу өсөн мәрәйҙәр йыйыуға мөмкинлектәр бирҙе. Комплекста ҡатнашыусы үҙенә әллә күпме файҙа ала, сәләмәтлеген нығыта, организмын да сыныҡтыра.
Бына, мәҫәлән, 10 йәшлек Аида Сәғитова фестивалгә Еҙем-Ҡаран мәктәбе командаһы иҫәбендә килгән. Һауа торошо уға ҡамасауламаны, ҡыҙ фестивалдең тәүге көнөндәге ярыштарҙа ҙур теләк менән ҡатнашты – 60 метрлыҡ дистанцияны етеҙ генә 11,7 секундта үтте, торған урындан ике аяҡлап 150 сантиметрға һикерҙе, тупты 18 метрға ырғытты, ә һуңынан 1 километр араны кроста 5,23 минутта йүгереп килеп етте. Әлбиттә, ҡыҙҙың һөҙөмтәләре уртаса булды, әммә ул ваҡытын файҙалы үткәрҙе һәм ҡәнәғәт ҡалды. Уға үҙенең йәш төркөмөндә 5-се урын (ГТО-ла ул "баҫҡыстар” тип атала) бирелһә лә, ҡыҙ бер ҙә күңелен төшөрмәне, уның өсөн иң мөһиме – ҡатнашыу ине.
Фестиваль, алдан әйтеүебеҙсә, ике этапта үтеп, уҙғарыу урыны "Йәшлек” паркында ғына түгел, йөҙөү һәм пневматик ҡоралдан атыу буйынса ярыштар "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында үтте.
Фестивалдең бөтөн күнекмәләрендә йыйылған мәрәйҙәрҙең дөйөм иҫәбенән сығып, 2005-2006 йылғы малай-ҡыҙҙар араһында (ГТО Комплексының беренсе баҫҡысы) Красноусолдағы 1-се урта мәктәптән Евгений Смирнов менән Диана Юдина 1-се урын яуланы.
Үҫмерҙәр араһында (өсөнсө баҫҡыс) Роман Швецов (1-се мәктәп) менән Илвина Баһауетдинова (3-сө мәктәп) лидерҙар булды. Егет-ҡыҙҙар араһында (дүртенсе баҫҡыс) Илнар Бәхтейәров (Красноусол башҡорт гимназияһы) менән Марина Соболева (3-сө мәктәп) еңеү яуланы. Бишенсе баҫҡыста ҡатнашыусылар араһында Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенән Нуршат Әбделмәнов менән Оксана Родионова (Красноусолдағы 1-се мәктәп) еңеүсе тип табылды.
Индира ИШКИНА.