Йүгеректәр ярышты
28 апреля 2017 йыл | Спорт

Йүгеректәр ярышты
Йүгеректәр ярыштыУҙған шәмбелә «Еҙем» физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә Ғафури районы Чемпионаты һәм беренселеге, уҡыусыларҙың XIX Спартакиадаһы үтте. Район хакимиәтенең спорт секторы мәғариф бүлеге менән берлектә ойошторған был спорт байрамында 282 кеше ҡатнашты.
6 йәш төркөмөндә һәм 7-сеһендә төрлө учреждениелар хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле ярышта һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте.
Уҡыусылар араһында (2006 йылғы һәм унан йәшерәктәр) ҡыҙҙар: Ирина Тимофеева – 1-се, Диана Юдина (Красноусолдағы 1-се мәктәп) – 2-се, Наҙгөл Рәхимова (Сәйетбаба мәктәбе) 3-сө урынға лайыҡ булды. Малайҙар араһында Ришат Бәширов (Ҡауарҙы) - 1-се, Виктор Николаев (Табын) – 2-се, Линар Шәмсетдинов (Йөҙимән) 3-сө урынды яуланы.
Икенсе йәш төркөмөндә – 2004-2005 йылда тыуғандар араһында ҡыҙҙар: Камила Балтаева (Яңғыҙҡайын) – 1-се, Ләйсән Бәширова (1-се мәктәп) – 2-се, Ольга Ефимова (Аҡкүл) – 3-сө урынды, малайҙар: Дмитрий Афанасьев (1-се мәктәп) – 1-се, Фидан Хәмитов (3-сө мәктәп) – 2-се, Сергей Афанасьев (1-се мәктәп) 3-сө урынды алды.
2002-2003 йылғы ҡыҙҙар араһында Мария Собарева (3-сө мәктәп) – 1-се, Арина Николаева (Аҡкүл) – 2-се, Элина Сөләймәнова (3-сө мәктәп) - 3-сө урынды, егеттәр: Данил Ергунов (1-се мәктәп) – 1-се, Булат Абдуллин (Сәйетбаба) – 2-се, Георгий Афанасьев (1-се мәктәп) 3-сө урындарҙы яуланы.
2000–2001 йылғылар араһында ҡыҙҙар: Нурзиә Әбделғужина (1-се мәктәп) – 1-се, Татьяна Кириллова (Аҡкүл) – 2-се, Эльза Камалетдинова (Бурлы) – 3-сө урынды, егеттәр: Илдар Ураҙғолов (3-сө мәктәп) – 1-се, Илдус Ураҙғолов (3-сө мәктәп) – 2-се, Михаил Петров (Табын) 3-сө урынды яуланы.
Ҡатын-ҡыҙҙар (1978–1999 йылда тыуғандар): Оксана Родионова (1-се мәктәп) – 1-се, Анастасия Григорьева («Еҙем» физкультура-һауыҡтырыу комплексы) – 2-се, Әлфиә Кейекбаева (ветстанция) – 3-сө урынға, ир-егеттәр: Эдуард Өмөтбаев (Красноусол ауыл биләмәһе) – 1-се, Николай Ипулаев (Ауырғазы күп профилле колледжы) – 2-се, Илнур Кейекбаев (ветстанция) 3-сө урынға лайыҡ булды.
1977 йылғы һәм өлкәнерәктәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар: Розалия Дәүләтбаева ("Успех” бизнес үҙәге) – 1-се урынды, ир-егеттәр: Фәйез Ҡасҡынбаев (ветстанция) - 1-се,  Фаил Ғафаров ("Красноусол” шифаханаһы) – 2-се, Фәтҡулла Әхмәтйәнов (ветстанция) менән Илдар Зәйнуллин (юл төҙөү-ремонтлау идаралығы) 3-сө урынды яуланы.
Ә инде муниципаль хеҙмәткәрҙәр, төрлө ойошмалар етәкселәре, ауыл Советтары депутаттары һәм хеҙмәткәрҙәре ярышҡан 7-се төркөм еңеүселәре (ҡатын-ҡыҙҙар): район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Юлия Горланова – 1-се, Олеся Кленова – 2-се, Елена Соколова 3-сө урынды, ир-егеттәр: Иван Соколов (Красноусол ауыл хакимиәте) – 1-се, район хакимиәтенән Игорь Кулагин – 2-се, Рәмзил Аҙнабаев  3-сө урынды алды.
Уҡыусыларҙың XIX Спартакиадаһы һөҙөмтәләре буйынса, урта белем биреү мәктәптәре араһында Сәйетбаба мәктәбе – 1-се, Красноусолдағы 2-се мәктәп – 2-се, 3-сө мәктәп - 3-сө урындарға, төп белем биреү мәктәптәре араһында Имәндәш мәктәбе – 1-се, Йөҙимән мәктәбе – 2-се, Курорт мәктәбе 3-сө урындарға лайыҡ булды.
Еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар, Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.