Беҙ сәләмәт тормош яҡлы
18 октября 2017 йыл | Спорт

Иртән ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың да, мәктәп коллективының да кәйефтәре күтәренке ине. Сәләмәтлек көнө иртәнге гимнастиканан башланды. Физкультура уҡытыусыһы Гөлфинә Илһам ҡыҙы Лоҡманова буласаҡ ярыш төрҙәре, эстафета ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
Сараның икенсе өлөшөндә уҡыусылар төркөмдәргә бүленеп йүгереү, һикереү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса те-йешле нормативтарҙы үтәне. Һәм, әлбиттә, залды көслө алҡыштарға күмеп эстафета ярыштары үткәрелде.
Сәләмәтлек көнө 2 – 4-се һәм 6 – 8-се кластарҙан дүрт йыйылма команда араһындағы пионербол
уйыны менән тамамланды.
Һәр кластан иң яҡшы күрһәткестәргә ирешкән спортсылар билдәләнде: Динис Түзбәков (2 кл.), Ксения Кәримова (3 кл.), Ангелина Харькова (4 кл.), Снежана Муллағолова (6 кл.), Кирилл Казанцев (8 кл.). Кирилл Казанцев бөтә ярыш төрҙәрендә лә еңеүсе булараҡ та билдәләнде.
Сәләмәтлек көнөнән барыһы ла күтәренке кәйефтә өйҙәренә таралышты.
Рәйлә ФЕДОРОВА.
Родина ауылы.