Еңеү сере – берҙәмлектә
22 декабря 2017 йыл | Спорт

Еңеү сере – берҙәмлектәКүптән түгел Архангел ра-йонында "КЭС-БАСКЕТ” баскетбол лигаһының III мәктәп этабы үтте. Ярышта район данын Красноусолдағы 2-се мәктәп егеттәре һәм Табын мәктәбенең ҡыҙҙары яҡланы.
Табын уҡыусылары, Н.В.Николаевтың тәрбиә-ләнеүселәре зона ярыштарында иң көслө командалар менән ярышып, 6-сы урынды алды. Егеттәр командаһы үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Төркөмдәрҙәге тәүге ярышта уҡ турнир хужалары – архангелдәр менән уйнап 23:17, Өфө районы командаһын 31:8 иҫәбе менән еңделәр. Һөҙөмтәлә, финалда Нуриман районы командаһы менән көсөргәнешле алышта 36:27 иҫәбе менән еңеүгә өлгәштеләр. Был еңеүгә команданың иң оҫта уйынсылары Никита Шуваев менән Владислав Яковлевтың өлөшө ҙур булды. Еңеүсе командала Арсен Ғөбәйҙуллин, Рәмил Еникеев, Илнур Исхаҡов, Александр Корнев, Рушан Мартемьянов, Арыҫлан Табылдин, Максим Швецов, Никита Шуваев, Владислав Яковлев. Команданың баш тренеры А.В.Яковлев әйтеүенсә, команда, ниһайәт, үҙ характерын, еңеүгә ынтылышын күрһәтеп, зона ярышында 1-се урын алыуға өлгәшкән. Быға тиклем райондың бер командаһы ла бындай уңышҡа ирешкәне булмаған. Алда үтәсәк республика финалына ныҡышмал, ентекле әҙерлек талап ителә. Команда өр-яңы баскетбол формалы ла булды. Спортсылар район хакимиәте башлығы урынбаҫары С.Р.Ғөбәйҙуллинаға (2 командаға ла алынған формалар өсөн), мәғариф бүлеге методисы А.А.Рафиҡовҡа, Табын ауылы водителе В.М.Вороновҡа рәхмәт еткерә.
Турнир тураһындағы тәьҫораттары менән бүлешеп, команда капитаны Никита Шуваев: "Был турнир хәтеремдә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Уйындың иң ауыр минуттарында баш тренер А.В.Яковлев һәм икенсе тренер М.Р.Шәмсетдинов тейешле төҙәтеүҙәр индереп торҙо. Команданың ҡайһы бер ағзалары тәүге тапҡыр ҙур залда уйнап, зона ярышында тәүләп ҡатнашһа ла, бер кешеләй берҙәм уйнаныҡ. Республиканың күп район һәм ҡалаларында булдым, бөтәһендә лә стандарттарға тура килгән бас-кетбол залы бар. Беҙҙә лә ошондай майҙансыҡ эшләнһә, яҡшы булыр ине”, - тине.
Спортсыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ.
Мансур ШӘМСЕТДИНОВ,
Красноусолдағы 2-се мәктәптең информатика
уҡытыусыһы.