Балалар туризмын үҫтереү
22 декабря 2017 йыл | Спорт

Балалар туризмын үҫтереүКүптән түгел Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә Дәүләт Йыйылышы депутаттарына Башҡортостанда балалар туризмын үҫтереү тураһында күрһәтмә бирҙе. Уның фекеренсә, райондарҙағы балалар баш ҡаланы ғына түгел, тыуған республикаларын да яҡшы белергә тейеш.
-Республика ҡатнашҡан "Минең Рәсәй” милли программаһы сиктәрендә төрлө конкурс-олимпиадалар еңеүселәре, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар өсөн Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларына экскурсиялар ойошторола. Шул уҡ ваҡытта ауыл һәм ҡала балаларының республиканы һәм уның баш ҡалаһын яҡшыраҡ белеү мөмкинлеге самалы. Ошо маҡсатта Өфө буйлап ҡыҙыҡлы маршруттар эшләргә кәрәк. Унда "Рәсәй – минең тарихым”, "Кванториум” тарихи парктарына, университеттарға, музей-театрҙарға, Конгресс-холға, аквапаркка һәм башҡа урындарға барыу ҡаралған булырға тейеш, - тине Республика Башлығы.
Рөстәм Хәмитов әлеге көндә мәҙәни үҙәктәрҙең мөмкинлектәре тулы көсөнә ҡулланылмауына зарланды. Мәҫәлән, ВДНХ-ЭКСПО-ла июнь айында асылған "Рәсәй – минең тарихым” мультимедийлы паркын ни бары 17 мең кеше ҡараған. – Миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән республика өсөн был бик аҙ күрһәткес. Хөкүмәткә уҡыусылар һәм студенттар өсөн паркка кереүҙе бушлай итеү бурысын йөкмәтәм, -  тине ул. Был уникаль мультимедийлы үҙәк үҫеп килеүсе быуынға белем  һәм патриотик тәрбиә биреү бурыстарын әүҙемерәк үтәргә тейеш.
Рөстәм Хәмитов Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Дәүләт комитетына Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә киләһе йылда баш ҡала буйлап балалар өсөн белем биреү-туристик маршрут булдырырға ҡушты. Уның маҡсаты – ҡунаҡтарға республиканың матур урындарын ғына түгел, ә уҡыу һәм һөнәри карьера эшләү мөмкинлектәрен дә күрһәтеү.