Яңы йыл каникулдары осоронда спорт саралары программаһы
29 декабря 2017 йыл | Спорт

Яңы йыл каникулдары осоронда спорт саралары программаһы4 ғинуар  
Дартс (теләгән һәр кем ҡатнаша ала). "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 12.00 сәғәттә була.
Армспорт. (18 йәшлектәр һәм өлкәнерәктәр ҡатнаша). "Еҙем” ФОК-ында 15.00 сәғәттә башлана.
Волейбол. Ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында район-ара турнир. Ярышта Красноусол командаһынан тыш, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Межгорье, Туймазы ҡалалары, Әлшәй, Иглин райондары командалары ҡатнашыуы көтөлә.
Баскетбол. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында район турниры. Команда составында 7 кеше. Ярыштар Красноусолдағы 1-се һәм 2-се мәктәп спорт залдарында 11.00 сәғәттә башлана.
4-5  ғинуар
Волейбол. 2003 йылғы һәм кесерәк йәштәге ҡыҙҙар араһында район-ара турнир.  Бәйгелә Красноусол командаһынан тыш, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Межгорье, Туймазы ҡалалары, Әлшәй, Иглин райондары командалары ҡатнашыуы көтөлә.
5 ғинуар
Шахмат. Мәктәп уҡыусылары араһында тиҙ шахмат буйынса Яңы йыл турниры. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең "Сатраш” шахмат клубында 12.00 сәғәттә башлана.
6 ғинуар
Шахмат. Тиҙ шахмат буйынса турнир. Теләгән һәр кем ҡатнаша ала.  Турнир "Сатраш” шахмат клубында 12.00 сәғәттә башлана.
Волейбол. Ир-егеттәр командалары араһында район турниры. Команда составында 6 кеше. Ярыш Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 12.00 сәғәттә була.
Йөҙөү.  Район ярышында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. "Еҙем” ФОК-ында 12.00 сәғәттә була.
Мини-футбол. Йәштәр араһында Яңы йыл турниры. Командала 7 кеше. "Еҙем” ФОК-ында 12.00 сәғәттә була.
7 ғинуар
Саңғы ярыштары. Раштыуа уҙыштары. Теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ярыш иҫке телевышка янындағы саңғы трассаһында 12.00 сәғәттә башлана.
13 ғинуар
Мини-футбол. Мәктәп уҡыусылары араһында Яңы йыл турниры. Командала 7 кеше. "Еҙем” ФОК-ында 12.00 сәғәттә башлана.
Ойоштороу комитеты.