Яңы йыл турниры үтте
10 января 2018 йыл | Спорт

Яңы йыл турниры үтте4 ғинуарҙа район уҡыусылары, спорт ветерандары һәм студент ҡыҙ һәм егеттәр Яңы йылға арналған бас-кетбол турнирында көс һынашты.
Ярышта 6 команда ҡатнашты. Уйын баштан уҡ көсөргәнешле барҙы – 2-се мәктәп командаһының әйҙәүсе баскетболсыларының береһе имгәнеп, уйындан сыҡты. Һөҙөмтәлә, был команда 3-сө урын өсөн ярышта 14:16 иҫәбе менән Аҡкүл ауылының тәжрибәле спортсыларынан (тренер – Азат Хәмитов) еңелде. 1-се урын өсөн уйында 2-се мәктәпте тамамлаған студенттар һәм райондың спорт ветерандары осрашты. Йәштәр командаһында Алмаз Бикҡужин, Илгиз Ғафаров, Ринат Ғөбәйҙуллин, Илмир Ишбулдин, Илья Федоров, Айваз Хәсәнов, Эрнест Шәкиров булды. Ветерандарҙан Вячеслав Елсуков, Алексей Золотарев, Руслан Мөхәмәтов, Рәшит Сөләймәнов, Мансур Шәмсетдинов, Алексей Яковлев һәм районда 21 быуаттың иң билдәле баскетболсыларының береһе Александр Плеско ҡатнашты. Йәштәр үҙҙәренең остаздарына етеҙ һәм комбинациялы уйын күрһәтеп, 34:25 иҫәбе менән еңеүгә ирештеләр.
Ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһындағы турнирҙа Табын ауылы йәштәре Альбина Сидорова, Ксения Ғилфанова, Дарья Ковалева, Вероника Макарова һәм Александра Минеева райондың төп баскетбол командаһын, республика чемпиондарын 7:6 иҫәбе менән еңеп, 1-се урынды яуланы. Красноусол командаһы сос-
тавында Лидия Елсукова, Светлана Фомина, Агриппина Соколова, Ангелина Исхакова, Гөлнур Мөхәмәтйәнова, Юлия Кутянина уйнаны. 3-сө урынды 1-се мәктәптең 2016 йылғы сығарылыш уҡыусылары алды.
Турнир еңеүселәрен ярышты ойоштороусыларҙың береһе, район хакимиәтенең социаль-йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы  Шамил Хәкимов бүләкләне.
Мансур ШӘМСЕТДИНОВ.