Хоккей сәмле уйын
30 января 2018 йыл | Спорт

 Хоккей сәмле уйын
Континенталь хоккей лигаһында Ҡышҡы Олимпия уйындары менән бәйле бер айлыҡ тәнәфес башланды. Командалар барлығы 54 уйын уҙғарҙы һәм чемпионат тамамланғанға тиклем тағы ла икешәр уйын уҙғарырға ҡалды.
"Салауат Юлаев” хоккей клубы 54 уйындан һуң 87 мәрәй менән Көнсығыш дивизиондың икенсе баҫҡысына үрмәләне. Беренсе урында 97 мәрәй менән "Аҡ барс” командаһы. Быйыл Көнсығыш дивизионда командаларҙың көстәре бер сама, тип әйтергә кәрәк. Мәҫәлән, 7-се баҫҡыстағы "Себер” командаһы (85) ике, һигеҙенсе баҫҡыстағы "Авангард” командаһы (84) "Салауат Юлаев”тан өс мәрәйгә генә ҡалыша. Плей-офф зонаһынан төшөп ҡалмаҫ өсөн яҡташтарыбыҙға "Сочи” (27 февралдә) һәм "Аҡ барс” (1 март)  командаларын мотлаҡ еңергә кәрәк.
Республиканың төп командаһы мәрәйҙәр яулау өсөн көрәшкән бер мәлдә ауыл хоккей һөйөүселәре лә, ҡышҡы һыуыҡ тип тормай, боҙ майҙанына ашыға. "Юлыҡ” территориаль ижтимағи үҙидаралыҡ (ТОС) көсө менән Еҙем йылғаһы буйында хоккей ҡумтаһы булдырылып, бында йәштәр шайбалы хоккей уйнай. Ғинуар айында ғына Юлыҡ ауылының һәүәҫкәр командалары араһында ике асыҡ турнир булып үтте. Ярыштың төп маҡсаты булып ауылда хоккейҙы популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, көслө спортсыларҙы асыҡлау тора. Тәүге ярышта Юлыҡтан ике һәм Ҡауарҙы ауылынан бер команда ҡатнаштылар, икенсеһендә юлыҡтар өс команда ҡуйҙы. Беренсе ярышта Юлыҡтың "Япония” командаһы еңеүсе булһа, икенсеһендә "Ҡауарҙы” командаһы күсмә кубок алды. Турнирҙа иң һөҙөмтәле уйынсылар тип Илмир һәм Айгиз Собханғоловтар билдәләнде. Айгиз Әбелғужин "Иң шәп һөжүм итеүсе”, Данир Абдрахманов менән Илнар Зөлҡәрнәев "Иң шәп һаҡсы”, Одил Караульщиков "Иң шәп ҡапҡасы” тип табылды. Ауыл мәҙәниәт йорто сараны музыкаль яҡтан биҙәне. Киләһе осрашыу Ҡауарҙы ауылында була.
Рәхимйән ЮЛЫҠОВ.
Юлыҡ ауылы.