Шахматсы иҫтәлегенә турнир
22 февраля 2018 йыл | Спорт

 Шахматсы иҫтәлегенә турнир
Ярышты асып Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Айрат Сәйфуллин йәш быуында был уйынға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙең мөһимлеген билдәләне, шул бурысҡа һуңғы көндәренә тиклем тоғро ҡалған шахматсы, уҡытыусы, ойоштороусы Азамат Вилдан улы Шәриповтың күптән түгел ҡаты сирҙән вафат булыуын иҫтә тотоп, был турнирҙы  хөрмәт йөҙөнән уның иҫтәлегенә арнарға тәҡдим итте. Тәҡдим бер тауыштан хупланды, игелекле, кеселекле шәхес булған  Азамат ағайҙың ваҡытһыҙ китеүе шахмат һөйөүселәргә лә, физика, математика кеүек фәндәрҙән имтихан биреү алдында торған уҡыусыларға ла оло ҡайғы булды.
Бишәр уйынсынан торған дүрт команда үҙ-ара алышҡа сыҡты. Ҡауарҙы, Имәндәш ауылдарынан көслө уйынсыларҙан берәр команда булһа, Сәйетбаба ауылы,
сараны ойоштороусы яҡ булараҡ, ике команда менән сығыш яһаны. Бының үҙ сәбәптәре лә бар – турнирға ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа ашҡынып ҡайта бит, мәҫәлән, аталы-уллы Рәхимовтар Архангел районынан килеп, даими ҡатнаша. Ярыштың баш судьяһы итеп тәжрибәле шахматсы, оҙаҡ йылдар мәктәптә шахмат түңәрәге алып барған уҡытыусы ветеран Риф Вәлиев тәғәйенләнде.
 Иң беренсе дүртенсе таҡтала еңеүсе билдәләнде. М.Бәширов (Ҡауарҙы) менән Р.Шәйәхмәтов (Сәйетбаба) тигеҙ – 2-шәр мәрәй йыйһа ла, өҫтөнлөк һәр саҡ ҡара фигуралар менән уйнау-сы яғында булғанлыҡтан, еңеү ҡауарҙылар иҫәбенә яҙылды. Беренсе таҡтала 3 мәрәй менән Сабир Исхаҡов (Ҡауарҙы) еңеп сыҡһа, өсөнсө таҡтала уның улы һәм уҡыусыһы Айҙар 2,5 мәрәй менән алға сыҡты. Икенсе таҡтала 2,5 мәрәй йыйыу имәндәштәргә еңеү килтерҙе (С.Түзбәков). Иң көсөргәнешле һәм оҙаҡ уйын бишенсе таҡтала – оло йәштәге шахмат ветерандары – Р.Насиров (Ҡауарҙы) менән Ф.Фәйзуллин (Сәйетбаба) араһында барҙы. Был юлы өҫтөнлөк Фәрүәз ағай яғында булып сыҡты, ул өс мәрәй тупланы. Шулай итеп, ҡауарҙылар 11 мәрәй йыйып, беренселекте яуланы, 9-ҙар мәрәй менән Имәндәш һәм Сәйетбаба командалары икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Теләүселәргә блиц-уйында шәхси беренселектә көс һынарға мөмкинлек бирелде. Уның еңеү-селәре: 1-се урын - Сабир Исхаҡов, 2-се урын - Илгиз Мөхәмәтдинов, 3-сө урын - Рәфис Рәшитов.
Турнирҙың юғары кимәлдә үтеүенә булышлыҡ иткән төп бағыусы Әхмәт Аҫылбәковҡа, эшҡыуарҙар Х.Сөләймәнов, И.Фәйзуллин, А.Хәбировҡа, команда туплап алып килгән капитандарға, Сәйетбаба мәктәбе хакимиәтенә төбәктәге шахмат спорты үҫешенә  даими ярҙамдары өсөн рәхмәт яуһын, яңынан-яңы йәш уйынсылар үҫеп сыҡһын ине киләсәктә.
Рәйлә Сабитова.