Биатлон ярышы үтте
22 февраля 2018 йыл | Спорт

 Биатлон ярышы үтте
Районда беренсе тапҡыр үткән традицион уҡтан атыу буйынса арчери-биатлон ярышы совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды.
Бәйгене ойоштороу инициативаһы менән сыҡҡан райондың сик һағы ветерандары союзы һәм "Батыр” хәрби-патриотик клубы ағзаларына район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы, "Красноусол” курорты булышлыҡ итте. Ҡатнашыусылар 3 төркөмдә: ирҙәр, егеттәр (5-әр км) һәм ҡатын-ҡыҙҙар (3 км) ярышты. Уларға дистанцияны тиҙ үтеү менән бергә уҡтан мәргән атырға ла кәрәк ине. Юғиһә, сәпкә теймәгән осраҡта, өҫтәлмә рәүештә тағы ла күпмелер саҡрым йүгерергә тейеш булалар. Ҡайһы бер саңғысылар уҡтан атыуҙы яңы ғына үҙләштерһәләр ҙә, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте.
Ирҙәр араһында 1-се урынға Рөстәм Мөхәмәтйәнов, 2-сегә – Фәтҡулла Әхмәтйәнов, 3-сө урынға – Фаил Ғафаров, ҡатын-ҡыҙҙарҙан 1-се урынға Лиана Хәкимова, 2-сегә – Розалия Дәүләтбаева лайыҡ булды. Егеттәр араһында 1-се урынды И.Ураҙғолов, 2-сене – Г.Афанасьев һәм 3-сө урынды С.Петров алды. Спорт ветерандары Ғайса Кейекбаев, Ришат Шаймарҙанов һәйбәт һөҙөмтәгә иреште. Шулай уҡ ойоштороусылар иң өлкән ҡатнашыусы – Һамар ҡалаһынан килеүсе 68 йәшлек Зөфәр Сәфиуллинды бүләкләне.
Тәүге тапҡыр үткәрелһә лә ярыш юғары кимәлдә үтте. Ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталарын һәм миҙалдарҙы хәрби бәрелештәр ветерандары Әлфир Исхаҡов, Рим Бәширов, Илфат Ваһапов тапшырҙы.
Г.СИРАЕВА.