Волейболда көс һынаштылар
02 марта 2018 йыл | Спорт

Волейболда көс һынаштылар
Күптән түгел Красноусол башҡорт гимназия-интернатында үткән волейбол ярышы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды.
Унда 5 команда – Красноусолдағы 3-сө мәктәп, гимназияның 5-се, 6-сы класс уҡыусылары, өлкән класс уҡыусылары командалары һәм волейболға йөрөүсе уҡыусыларҙың атайҙарынан төҙөлгән команда көс һынашты.
Ярыш бик сәмле һәм ҡыҙыу барҙы. Һөҙөмтәлә, 1-се урынға 3-сө мәктәптең, 2-сегә – атайҙарҙың, 3-сөгә – КБГИ-ның өлкән класс уҡыусылары командаһы лайыҡ булды. Волейбол ярышынан һуң 5-се, 6-сы класс малайҙары башҡорт халыҡ көйө "Любизар”ҙы ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе. Был барыһы өсөн дә матур байрам бүләге булды.
Еңеүселәр район хакимиәте йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторының Маҡтау грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Рафаэль ЮЛМӨХӘМӘТОВ,
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры.