Шахматсылар көс һынашты
13 марта 2018 йыл | Спорт

Шахматсылар көс һынашты6 февралдә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә район уҡыусыларының ХХ Спартакиадаһы сиктәрендә шахмат турниры үтте.
Ярышта 11 урта, 3 дөйөм белем биреү мәктәптәре командалары ҡатнашты. Урта мәктәптәр араһында Красноусолдағы 2-се мәктәп еңеүсе булһа, икенсе урында - 3-сө, өсөнсөлә 1-се мәктәп булды. Дөйөм белем биреү мәктәптәренән Юлыҡ мәктәбе еңеүгә өлгәште, икенсене – Йөҙимән, өсөнсө урынды Игенйылға мәктәбе алды.
Шәхси беренселектә егеттәр араһында Айрат Хәкимов (2-се мәктәп) – беренсе, Солтан Зәйнетдинов (Табын мәктәбе) – икенсе, Марсель Ғөбәйҙуллин (3-сө мәктәп) өсөнсө урындарға, ҡыҙҙарҙан Наталья Брыкалова (2-се мәктәп) – беренсе, Таисия Николаева (1-се мәктәп) - икенсе, Ангелина Павлова (Аҡкүл мәктәбе) өсөнсө урындарға лайыҡ булды.
Еңеүселәргә район хакимиәтенең Социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторының Маҡтау грамоталары һәм миҙалдар тапшырылды.
Раил КАМАЛЕТДИНОВ,
мәғариф бүлеге методисы.