Горин иҫтәлегенә баскетбол бәйгеһе
03 апреля 2018 йыл | Спорт

28 мартта уҡыусыларҙың яҙғы каникулы мәлендә Красноусолдағы 1-се һәм 2-се мәктәптәре базаһында баскетбол ярыштары үтте. Бәйге Советтар Союзы Геройы, летчик А.С.Горин иҫтәлегенә арналды. Унда мәктәп уҡыусылары һәм Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы студенттары ҡатнашты.
Егеттәр араһындағы сәмле ярыш Красноусолдағы 2-се мәктәп баскетболсыларының еңеүе менән тамамланды.  Колледж командаһы 2-се урын яулаһа, 1-се мәктәп спортсыларына 3-сө урын менән сикләнергә тура килде.
Ҡыҙҙар араһында Табын мәктәбе командаһына етеүсе булманы. Еңеүсе лә тап улар булды. Красноусолдағы 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең баскетболсы ҡыҙҙары  2-3-сө урындарҙы үҙ-ара бүлеште.
Еңеүсе командалар күсмә кубок, Маҡтау грамоталары һәм миҙалдарға лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе ярыштың бағыусыһы район хакимиәтенең йәштәр, спорт секторы мөдире Шамил Хәкимов бүләкләне.
Раил КАМАЛЕТДИНОВ,
район мәғариф бүлеге методисы.