Еңеү кубогы яуланды
06 апреля 2018 йыл | Спорт

Турнирҙың 11 йыллыҡ тарихында бер нисә быуын баскетболсылар үҫеп сығыуы беҙҙең өсөн бигерәк тә шатлыҡлы хәл. Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ярышта райондың йыйылма командаһы, Красноусолдағы 1-се мәктәптең сығарылыш һәм өлкән класс ҡыҙҙары, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡыусылары көс һынашып, һуңғылары еңеү яуланы. Район командаһы 2-се урында булды.
Ир-егеттәр ярышында Ғафури, Ауырғазы, Миәкә, Кушнарен райондарының йыйылма һәм Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалалары командалары уйнаны. Турнир юғары тиҙлектә, сәмле барҙы. Һөнәри оҫталыҡтарын һәм йәшлек дәртен бергә туплаған ра-йон командаһы, ниһайәт, һуңғы 3 йылда тәүге тапҡыр еңеү кубогын яуланы. Миәкә – 2-се, Ауырғазы районы 3-сө урындарҙы алды. Иң яҡшы һаҡсылар тип Илгиз Ғафаров (Ғафури), Татьяна Кириллова (Стәрлетамаҡ) табылһа, иң яҡшы һөжүмселәр – Лидия Елсукова (Ғафури), Рамир Халфин (Миәкә) булды. Штраф һәм 3 очколы бросоктарҙа Илдус Маняпов, Мария Пересада, Диана Ибәтуллина (Стәрлетамаҡ) һәм Данис Шакиров (Ауырғазы) иң яҡшылар тип билдәләнде. Командалар кубоктар, миҙалдар менән бүләкләнде.
Турнир башланғансы уҡ Чушкиндар ғаиләһе бар командаларға ла баскетбол туптары бүләк итте. Еңеүселәргә эксклюзив грамоталар һәм турнир логотибы төшкән футболкалар биреп ҡыуандырҙы. Шулай уҡ 11 йыл ошо ярышта ҡатнашҡан һәм 5 тапҡыр еңеү яулаған Стәрлетамаҡтың ирҙәр командаһына "Турнирға тоғролоҡ өсөн” иҫтәлекле миҙалдарын тапшырҙы. 15 йыл район данын яҡлаған спортсылар Вадим Ғәлимов һәм Алексей Золотарев "Ғафури районы командаһына тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Баскетболға һөйөү күптән инде турнир сиктәрен үтеп киткән. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы Р.В.Чушкина һәм С.И.Фомина менән бергә турнирҙан бер аҙна алдараҡ Стәрлетамаҡта иптәштәрсә уйын үткәрҙе, "Юғарыға хәрәкәт” фильмын ҡараны.
Баскетболсылар яҡшы ҡаршы алған ҡунаҡсыл хужаларға рәхмәтле булып таралышты.
Елена БЕРЛИНА,
Красноусолдағы 1-се мәктәп уҡытыусыһы.