Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йәнә еңеүсе
13 апреля 2018 йыл | Спорт

Көсөргәнешле ярышта республиканың иң көслө 16 коман-даһы үҙ-ара ярышты. Һөҙөмтәлә Краснокама районы ҡатын-ҡыҙҙары - беренсе, Дыуан ра-йоны командаһы икенсе урындарҙы алды. Район йыйылма командаһы лайыҡлы рәүештә өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ярыш-ҡа тренерҙар – Вил Үтәғолов менән Ленар Сәйфуллин әҙерләне. Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, район йыйылма командаһы сос-тавында башлыса төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы яҡташтарыбыҙ уйнай һәм улар менән яҡынданыраҡ таныштырып китмәксемен. Гүзәл Ибәтуллина - Башҡорт дәүләт медицина университетында, Алина Заһиҙуллина менән Мария Суздальцева – БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында, Ксения Белякова – Сорғот дәүләт университетында, Розалина Насирова – БДУ-ла, Анна Пехенько – РФ Президенты эргәһендәге финанс университетында, Дарья Чугунова Стәрлетамаҡ сауҙа-иҡтисад колледжында уҡып йөрөйҙәр. Команда составында шулай уҡ Курорт мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Ирина Баҡыева һәм "Клео-патра” бөҙрәханаһында эшләп йөрөүсе Светлана Шәрәфетдинова бар. Уларҙың барыһын да волейболға булған һөйөү һәм районыбыҙ данын яҡлау теләге берләштерә. Спортсыларыбыҙға килә-сәктә лә тик еңеүҙәр  һәм студенттарыбыҙға тейеш-ле һөнәр алып районға эшкә ҡайтыуҙарын теләйек.
 Вил ҮТӘҒОЛОВ,
волейбол буйынса
район йыйылма командаһы тренеры.