“Яугилде кубогы” Яугилделә ҡалды
17 апреля 2018 йыл | Спорт

“Яугилде кубогы” Яугилделә ҡалдыЯугилде мәктәбендә "Яугилде кубогы"на волейбол ярышы булып үтте. Ғаилә йылына бағышлап уҙғарылған был сара баштан, йәғни 2009 йылда уҡ ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, ғаилә институтын нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған ине. Ошо сараны
ойоштороусы, республикаға киң билдәле шәхес
Ниязбай Булатбай улы Сәлимов халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, насар ғәҙәттәрҙән арындырыу, быуындар бәйләнешен нығытыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Шул осорҙан башлап был турнирҙа йыл һайын ғаилә командалары ҡатнаша.
Тәүге йылда Бурлы ауылынан Зәйнуллиндар һәм Яугилденән Солтанморатовтар командалары ҡатнашһа, артабанғы йылдарҙа уларға  Яугилденән Абдуллиндар, Ғәлиәхмәтовтар командалары ла ҡушылды.
2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде һәм был спорт байрамы ошо сараға арнап уҙғарылды. Ярышта барлығы 9 команда ҡатнашты. Байрамды тантаналы асыуҙа Ниязбай Сәлимов, Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Азат Хәйретдинов, Бурлы урта мәктәбе директоры Рауил Солтанморатов ҡатнашты. Спортсыларға еңеүҙәр, йылы теләктәр теләнде. Ярыш ике төркөмгә бүлеп уҙғарылды. Тәүге төркөмдә ғаилә командалары - Бурлынан Зәйнуллиндар, Яугилденән Абдуллиндар һәм Солтанморатовтар, Еҙем-Ҡаран ауылынан ҡунаҡ сифатында саҡырылған Йомағоловтар командалары ҡатнашты. Икенсе төркөмдә Яугилде, Ҡормантау, Бурлы ауылдары, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар командалары үҙ-ара көс һынашты. Көнө буйы барған ярышта ғаилә командалары араһында Зәйнуллиндар еңеү яуланы һәм бер кубокка эйә булды. Йомағоловтар - икенсе, Абдуллиндар өсөнсө урынды алды. Солтанморатовтар командаһы башлыса йәш егеттәрҙән (Рауил Солтанморатовтың өс улы - Радик, Айҙар, Илдар, ике туған ҡустыһы Русландың улы Тимур) тора ине һәм уларға өлкәндәр менән типә-тиң алышыуы ауырға төштө. Киләһе йылдарҙа, быуындарын нығыта төшкәс, уларҙың еңеп сығасаҡтарына шик юҡ.
"Яугилде кубогы" өсөн биш команда үҙ-ара көс һынашты. Көсөргәнешле ярышта Яугилде командаһы төп призды яуланы. Әйтергә кәрәк, турнир ойошторолғаны бирле, йәғни 10 йыл һуҙымында яугилделәрҙең  был кубокты тәүге тапҡыр яулауҙары ине. Тәүге йылда иң аҙаҡҡы урында булһалар, йылдан-йыл үҫешә килеп, быйылғы уңышҡа өлгәшә алдылар. Тимәк, был сараның һөҙөмтәһе бар. Бурлы мәктәбе уҡытыусылары командаһы - икенсе, Ҡормантау ауылы командаһы өсөнсө урын алды. Еңеүселәргә Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Турнирҙың "Иң өлкән уйынсыһы"  тип Еҙем-
Ҡарандан 58 йәшлек Раил Йомағолов табылды. Башҡа номинациялар түбәндәгесә билдәләнде: "Иң шәп капитан" - Вадим Ғәлиәхмәтов (Яугилде командаһы), "Иң шәп һөжүмсе” – Тимур Солтанморатов, "Иң шәп таратыусы” – Наил Шәрипов, "Иң шәп һаҡсы” – Айрат Шәйәхмәтов, "Иң һөҙөмтәле уйынсы” – Искәндәр Зәйнуллин  менән Рамаҙан Мифтахов, "Иң шәп блокировкалаусы” Альберт Кәримов.
- Был спорт байрамы 10-сы тапҡыр уҙғарыла һәм иң баштан уҡ ғаилә ҡиммәттәрен берләштереү, ғаилә инс-титутын нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Улдары аталары, ейәндәре олаталары менән бергә туп һуғып йөрөүе уйын тип кенә ҡарарға ярамай, был ысын мәғәнәһендә команда – ғаилә командаһы. Ун йыл һуҙымында аҙмы-күпме тәжрибә тупланды. Киләсәктә был турнирҙы киңәйтә барып, ошо төбәктең, бәлки тотош райондың ғаилә командалары турнирына әүерелдереү маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Барығыҙҙы ла спорт байрамы менән ҡотлайым, - тине үҙ сығышында турнирҙы ойоштороусы Ниязбай Сәлимов. Уның һүҙҙәренә ауыл биләмәһе башлығы Азат Хәйретдинов, мәктәп директоры Рауил Солтанморатов та ҡушылды.
- Был турнирҙа беренсе тапҡыр ҡатнашабыҙ һәм  байрамдан күңел күтәренкелеге алып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтабыҙ. Ойоштороу кимәле  бик юғары  һәм хужаларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Еҙем-Ҡаранда бындай турнирҙар юҡ, шуға ла киләсәктә ошондай ярышты үҙебеҙҙә лә уҙғарырға ниәт бар, - ти Раил Йомағолов.
Әйтергә кәрәк, Йомағоловтарҙың ғаилә командаһында Раил Рәйес улының ике улы, ейәне, тормош иптәше, килене лә бар ине. Бар эштәрен ташлап, ғаиләләре менән бер көндө спортзалда уҙғарыуҙарына "Афарин!” тиергә генә ҡала. Солтанморатовтар, Абдуллиндар, Зәйнуллиндар ғаиләләре лә шундай уҡ хуплауға лайыҡ. Туп һуғырға баҙнат итмәгәндәре башҡалар өсөн "янып-көйөп” ултырҙы.
Ғөмүмән, бынан тиҫтә йыл элек уҙғарыла башлаған "Яугилде кубогы” турнирының ғүмере оҙон булһын, йылдан-йыл яңы ғаиләләр спортҡа ылығып, ошо ярышта ҡатнашһын ине. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тип белмәй әйтмәгән халҡыбыҙ. Ә халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуҙы ғаиләнән башлау иң дөрөҫ алым.
-Ярышты уҙғарыуға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуар, Бурлы ауылы уҙаманы Илгизәр Сәлимйәновҡа, Яугилденән шәхси эшҡыуар Рәмил Солтанморатовҡа,"Урожай” крәҫтиән хужалығына (етәксеһе Нәжип Хисаметдинов), ярышты ойоштороусы ла, бағыусы ла булған Ниязбай Сәлимовҡа ҙур рәхмәтлебеҙ,-тине Азат Хәйретдинов.
Әйткәндәй, ярыш барышында ла үҙҙәре теләп бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүсе табылды. Ярыш ҡарарға тип килгән Имәнлек ауылы егете Рәфис Зәйнетдинов аҡсалата ярҙам күрһәтте. Был инде ошо төбәктә спортҡа, айырыуса волейболға иғтибар арта барыуы хаҡында һөйләй.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.