Космонавтика көнөнә арналды
17 апреля 2018 йыл | Спорт

Космонавтика көнөнә арналды6 апрелдә Яугилде мәктәбендә  2005-2006 йылғы малайҙар араһында Космонавтика көнөнә арналған волейбол турниры үтте.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе беренселегенә уҙған был сәмле бәйге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларынан торған спорт мәктәбе командаһы (тренеры Р.И.Юлмөхәмәтов) еңеүе менән тамамланды. Ҡауарҙы мәктәбе волейболсылары (тренер К.З.Кәримов) – 2-се, Бурлы мәктәбе спортсылары (тренер И.Х.Ғәбдиев) 3-сө урын яуланы. Командалар Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.
И.ӘЛИБАЕВА.