Тигеҙ иҫәпкә тамаланды
27 июля 2018 йыл | Спорт

 Тигеҙ иҫәпкә тамамланды

Европа лигаһының беренсе осрашыуы сиктәрендә «Өфө» - «Домжале» матчы бер яҡтың да отмауы менән тамамланды


«Нефтсе» стадионында УЕФА Европа лигаһы квалификацияһының икенсе раунды сиктәрендә «Өфө» һәм «Домжале» араһында көсөргәнешле уйын үтте. Беренсе таймда Өфө стадионының тулы тиерлек трибуналары индерелгән туптарҙы күрмәне, әммә уңышлы мәлдәр күп булды. Словения футболсылары Александр Беленов ҡапҡаһы эргәһендә ике тапҡыр туп индереп маташты. Осрашыу хужалары бер ҙә ҡалышманы һәм тәнәфескә тиклем бер нисә минут ҡалғас кәмендә өс тапҡыр хәүефле мәл ойошторҙо. «Домжале»не һаҡсыһы ғына ҡотҡарҙы.

Тәнәфес тә матчтың тәүге 45 минутына ҡарағанда эмоциональ яҡтан ҡалышманы. «Өфөләр» Словениянан килгән ҡунаҡтар менән алышып алды. Тауышҡа тулы составта тиерлек командалар һәм тренерҙар штабтары йыйылды. «Был футбол һәм унда хис-тойғоһоҙ булмай», — тип билдәләне тәнәфестә Башҡортостан командаһының ярым һаҡсыһы Азамат Засеев.

Икенсе таймда ла көсөргәнеш кәмемәне һәм уйын ахырына тиклем дауам итте.

  «Нефтсе» трибуналары судьялар бригадаһы ҡарарҙары өсөн бер нисә тапҡыр көрһөнөп ҡуйҙы.

Европа осрашыуы аҙағында Сергей Томаров тәрбиәләнеүселәре матур нөктә ҡуйыуҙан бер аҙым булды. Әммә килеп сыҡманы.

Яуап матчы Домжале ҡалаһында 2 августа үтә.