Герой иҫтәлегенә арнала
30 ноября 2018 йыл | Спорт

Герой иҫтәлегенә арналаРәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район турниры сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, эскелеккә, тәмәке тартыуға, наркоманияға ҡаршы көрәште көсәйтеү, милли көрәште популярлаштырыу, үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында ойошторола.
Турнир 1 декабрҙә Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 12.00 сәғәттә башлана. Көрәшселәрҙең ауырлығын билдәләү 9.00 – 10.00 сәғәттәрҙә үтә.
Бәйгелә райондың ауыл биләмәләре, ойошмалар һәм предприятиелар, мәктәптәр командалары ҡатнаша ала.
Белешмә өсөн телефон: 8(34740)2-12-96 (социаль һәм йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге).