Баһадирҙар бил һынашты
04 декабря 2018 йыл | Спорт

Баһадирҙар бил һынашты
Баһадирҙар бил һынашты
Баһадирҙар бил һынаштыШәмбе көнө Красноусол башҡорт гимназия-интернатында Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә район хакимиәте башланғысында милли көрәш буйынса район бәйгеһе булып үтте.
Был турнир районда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, милли көрәште популярлаштырыу, үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо.

Бәйге иң тәүҙә Ф.Яҡупов иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалыу менән башланып, ра-йон  хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнзил Сыңғыҙов ҡаһарман яҡташыбыҙ иҫтәлеген хөрмәтләп сығыш яһаны, был сараны йыл да үткәреп, республика кимәленә күтәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Гимназияла судьялар бәйгеселәрҙең ауырлыҡ үлсәмен билдәләгәндән һуң, сараны тантаналы шарттарҙа асыу өсөн сафҡа баҫып, һүҙ ойоштороусыларға бирелде. Бәйгене Фәнзил Фәйез улы асып, районда милли көрәште яңынан тергеҙергә кәрәклекте әйтеп үтте.
- Был көн беҙҙең өсөн ҡайғылы көн булһа ла, уның иҫтәлегенә шундай мәртәбәле бәйге үткәреүегеҙгә рәхмәт, - тине Ф.Яҡуповтың  бер туған һеңлеһе Фәрзәнә Абдулла ҡыҙы сығыш яһап.
 Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин һүҙ алып, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ф.Сынғыҙовҡа уның инициативаһы менән бөгөнгө сара үтеүенә рәхмәт белдереп, "онотолған йолаларыбыҙ яңынан тергеҙелеүгә сикһеҙ шатланам”, тине.  Афған һуғышы ветераны Марс Хәйруллин да үҙенең теләктәрен әйткәндән һуң, йыр башҡарҙы. Гимназия уҡыусыларының йырлы сығышы ла был сараға йәм өҫтәне.
Ныҡлыҡ, ҡатҡыллыҡ, әҙерлек талап иткән бәйге ике келәмдә барып,  мәктәп уҡыусылары 45 килограмға, 55-кә, 65 кг-ға тиклемге һәм 65 килограмдан ауырыраҡтар категорияһында бил һынашты,  ир-егеттәр  өс: 65 кг-ға, 75 кг-ға тиклемге һәм 75 килограмдан ауырыраҡтар категорияһында ярышты. Билдәренә ҡыҙыл һәм йәшел билбау бәйләп, ике ҡул менән бил тапҡырынан тотоп, уңайлы мәлде тап килтереп күтәреп ырғытыусыларҙың әҙерлек кимәленең ниндәйлеге күренеп тора. Арҡаға ятып бер нисә тапҡыр иҫкәртеү алыусылар ҙа булды.  
Үҙ-ара бәхәсләшеп алһалар ҙа, еңеүселәрҙе билдәләү, уларҙы күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап ултырған судьялар Альфред Мәүлетҡолов, Марат Юнысов, Азат Хәбибуллин, Рәйес Юлбарисов, Камил Латипов, Динар Ноғайғолов был сара дөрөҫ баһаланып, уңышлы үтһен өсөн бар көстәрен һалды. Шулай уҡ гимназия хакимиәте лә бөтә мөмкинлектәр булдырған,бәйгенең башынан аҙағына тиклем күҙәткән гимназия-интернат директоры Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы Йәнешеваға ла рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. 
Һәр ауырлыҡ үлсәмендә призлы урындар алыусыларға Маҡтау грамоталары, бүләктәр тапшырылды. "Табын”  ырыуы вәкилдәре етәксеһе Элмир Мөхәмәтйәновтың (үҙе Еҙем-Ҡаран ауылынан) Ринат Йәноҙаҡовҡа башҡорт милли баш кейеме - ҡамсат бүрек бүләк итеүе үҙе бер күтәренке рух тыуҙырҙы.
Был бәйге ниндәйҙер кимәлдә йәш спортсыларыбыҙ, мәктәп уҡыусылары өсөн күнекмә алыу,  егеттәрҙе бил нығытыуға этәреү, көстәрен һынап ҡарау өсөн дә әһәмиәтле булып торҙо. Ата-бабаларыбыҙҙан быуындан-быуынға тапшырыла килгән милли көрәш бер нисә йыл туҡталып торһа ла, яңынан тергеҙелеп, баһадирҙарыбыҙға киләсәккә әҙерлек кимәлен нығытыу өсөн бер ынтылыш булды. Беҙ бер ниндәй ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмаҫтай көслө егеттәр тәрбиәләргә тейешбеҙ.
 Көрәшселәрҙең фекерҙәре:
Ғәзинур Собханғолов:

- Мин 6 йәштән шөғөлләнәм, хәҙер 30 йәштәмен инде. Стәрлетамаҡта төҙөлөштә эшләйем. Атайым Уразбай Собханғоловҡа 60 тула, ул һаман да көрәшә. Көрәш ярышы булғанын ишетһәм, килә һалам, бирелгәнлекме, шөғөлмө - ташлай алмайым.
Эмиль Юлбарисов:
- 14-15 йәштән көрәшәм, уҡытыусым Камил Латиповҡа рәхмәтлемен. Ҡаршы көрәшселәр әҙ, шуныһы ғына бер аҙ уйландыра.
Флорит Ғибаҙуллин:
- Был спорт төрө миңә 10 йәштән алып яҡын. Төҙөлөш техникумын, университетта физкультура факультетын тамамланым. Төрлө ерҙә спорт буйынса клубтар асылыуын күреп, мин дә чемпиондар, көрәшселәр үҫтереү маҡсатында гимназияла көрәш буйынса ошо дүшәмбенән түңәрәк асырға булдым. Олораҡтар өсөн әлегә түләүле булһа ла, район хакимиәте башлығы ла ярҙам итергә вәғәҙә итте.
Бәйге еңеүселәре:
Мәктәп уҡыусылары араһында:
45 килограмға тиклем

I урын – Радис Ҡоҙайғолов.
II урын – Илһам Шәрипов.
III урын – Максим Кожуров.
55 килограмға тиклем
I урын – Ринат Йәнмырҙин
II урын – Илсур Салауатов.
III урын - Дим Дәүләтбаев.
65 килограмға тиклем
I урын – Әмир Исханов.
II урын – Артур Кәримов.
III урын – Илшат Монасипов.
65 килограмдан юғары
I урын – Динар Ишбулдин.
II урын – Илназ Әхтәмов.
III урын – Ильяс Йәноҙаҡов.
Ир-егеттәр араһында:
65 килограмға тиклем
I урын – Эмиль Юлбарисов.
II урын – Илсур Ҡоҙайғолов.
III урын – Рәфис Юлыҡов.
75 килограмға тиклем
I урын – Ғәзинур Собханғолов.
II  урын – Филүс Рәхимов.
III урын – Айнур Йомағолов.
75 килограмдан юғары
I урын – Салауат Ибәтуллин.
II урын – Миңнулла Фәттәхов.
III урын – Рәйес Юлбарисов.