Шахматсыларға арналды
25 декабря 2018 йыл | Спорт

Шахматсыларға арналдыЭлегерәк ауылдарҙа милли көрәш, саңғы, йүгереү, ат ярыштары кеүек спорт төрҙәре үҫешһә, аҙаҡ уларға туп уйындары менән шахмат
уйыны ла өҫтәлде.
Ауылыбыҙҙа шахматты үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәрҙе һанап китһәң үткән быуаттың 50-се йылдарына уҡ килербеҙ. Ул йылдарҙа Зиннур Ҡалмырҙин ағай (1921 йылғы) избачта (китапханала) эшләгәндә һәр ваҡыт шахмат тота торғайны. Олораҡтар Мөхәйәр Сурағолов (1925 й.), Солтан Баязитов (1928 й.), Фәйез Исхаҡов һәм башҡалар ҙа  шахмат уйнанылар. Һуңыраҡ Сабит Исхаҡов (1922 й.) клубта киномеханик булып эшләне, һәүәҫкәр шахматсы булды һәм был мауыҡтырғыс уйынға бик күптәрҙе йәлеп итте.
Рәжәп Әбелғужин ағайҙың өйөндә шахмат өҙөлмәне һәм 6 улы ла көслө уйынсылар булып үҫтеләр. Әлеге ваҡытта оло улы Рәшиттең улы Наил спорт мастерлығына кандидат булһа, уның улы Динар - шахмат буйынса спорт мастеры. Мәктәптәге пионер бүлмәһендә лә шахмат-шашка уйындары үтеп торҙо. Тимәк, мәктәптә лә аҡыл һәм зиһен талап иткән уйынға өйрәнеү һәм уны үҫтереү өсөн күпмелер нигеҙ һалынған.
Шул йылдарҙа үҫкән шахматсылар: Фаил Динисламов, Айҙар Хөсәйенов (мастерлыҡҡа кандидат), Әхәт Әбелғужин, Миңнеәмир Мозафаров, Хәбиәхмәт Аҡмырҙин, ололарҙан З.Ҡалмырҙин, М.Сурағолов, Спартак Бәширов, Сабит Исхаҡов һ.б. күптәр мәрхүмдәр инде. Уларҙың бөтәһе лә тип әйтерлек 1-2-се шахмат разряды кимәлендә уйнаны, йәшерәктәре Ҡауарҙы шахмат фестивалдәрендә лә ҡатнаша торғайны.
Ошо көндәрҙә юғарыла һанап үтелгәндәр хөрмәтенә хәтергә алыу шахмат турниры үткәрҙек. Ярыштарҙа Ҡауарҙынан 2 команда, Сәйетбабанан, Имәндәштән, Архангел районынан берәр команда ҡатнашты.
Командалар араһындағы 15-әр минутлыҡ 5 турнирҙа Ҡауарҙының 2 командаһы 1-се, имәндәштәр - 2-се, архангелдәр 3-сө урындарҙы яуланы. Һәр команда 5-әр (5 таҡта) кешенән торҙо. Таҡталар буйынса 1-се урындарҙы С.Түзбәков (Имәндәш), И.Мөхәмәтдинов (Ҡауарҙы), М.Бәширов (Ҡауарҙы), Ә.Әбелғужин (Ҡауарҙы), Р.Исхаҡов (Ҡауарҙы) алды.  2-се урын С.Исхаҡов (Ҡауарҙы), Д.Муллашев (Имәндәш), Р.Рәшитов (Имәндәш), А.Әбелғужин (Ҡауарҙы), С.Мәжитовҡа (Архангел) бирелде. Ә 3-сө урындарға И.Ғәниев (Сәйетбаба), Р.Шәйәхмәтов (Сәйетбаба), А.Мәжитов (Архангел), Б.Мәжитов (Архангел) лайыҡ булды.
Командалар ярыштарынан һуң 5-әр минутлыҡ блиц-турнир үткәрелеп, унда тәүге 3 урынды Ҡауарҙынан С.Исхаҡов, И.Мөхәмәтдинов, М.Бәширов алды.
Турнир көслө генә йәш шахматсылар үҫеүен дә асыҡланы. Шулай итеп, элекке шахматсылар хөрмәтенә үткәрелгән турнир матур үтте.
Ярышты ойоштороуҙа һәм бағыусылар табыуҙа ауыл хакимиәте башлығы Р.Р.Әбелғужин, мәктәп директоры Ф.Р.Зөлҡәрнәйева, ветерандар советы рәйесе Р.Ә.Насиров, физкультура уҡытыусыһы С.С.Исхаҡов, директор ярҙамсыһы М.Р.Бәширов, ауыл старостаһы Ф.Ф.Латипов әүҙемлек күрһәттеләр. Ҡатнашыусылар уларға рәхмәт әйтеп, киләсәктә лә шахмат ярыштарын үткәреп торайыҡ тигән теләктә таралышты.
Рим НАСИРОВ,
Ҡауарҙы ауыл ветерандар
советы рәйесе.