Баскетбол – мауыҡтырғыс уйын
25 декабря 2018 йыл | Спорт

Баскетбол – мауыҡтырғыс уйынКүптән түгел Красно-усолда республикала киң билдәле "КЭС-БАСКЕТ” турнирының муниципаль этабы үтте.
Баскетбол ярышында районыбыҙҙың 14 командаһы ҡатнашты. Бәйгелә күпселекте егеттәр командалары (11) тәшкил итеп, тап уларҙың уйындары сәмлелеге менән ылыҡтырып торҙо. Беренсе урын өсөн төркөмдәрҙә еңгән Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 1-се мәктәп һәм һуңғы 4 йылдың алыштырғыһыҙ еңеүселәре 2-се мәктәп командалары ярышты. 2-се мәктәп командаһының тәжрибәһе һәм оҫталығы 1-се мәктәп командаһын 24:19, ә КБГИ командаһын 27:22 иҫәбе менән еңергә мөмкинлек бирҙе. Икенсе урын өсөн уйын да көсөргәнешле барҙы. Овертаймдың иң һуңғы секундында 1-се мәктәп командаһы алға сығып, гимназистарҙы 37:36 иҫәбе менән еңеүгә өлгәште. Турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип Рәмил Еникеев табылды.
Ҡыҙҙар баскетбол лигаһы командалары араһында иң яҡшы команда исеме өсөн уйын-
да Аҡкүл мәктәбе, 1-се һәм 3-сө мәктәп командалары көс һынашты. Турнир еңеүсеһе – 1-се мәктәп командаһы булһа, Аҡкүл мәктәбе – икенсе, 3-сө мәктәп командаһы өсөнсө урынды алды. Рәйсә Балтаева (1-се мәктәп) ҡыҙҙар араһындағы турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы булды.
"Һары-ҡыҙыл туп” респуб-лика ярышының 2-се төркөм этабының мәктәп баскетбол лигаһы турнирында 1-се мәктәптең малайҙары һәм ҡыҙҙары еңеп сыҡты.
Оҙаҡ йылдар һуҙымында баскетболсылар тәрбиәләгән тренерҙар: Ф.З.Алтынбаев, В.В.Батыршин, Е.Г.Иванов, Р.Р.Сөләймәнов, С.Г.Шаров, М.Р.Шәмсетдинов, А.В.Яковлевҡа ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе спортсылар.
М.ШӘМСЕТДИНОВ,
2-се мәктәп уҡытыусыһы.