Яңы йыл турниры
11 января 2019 йыл | Спорт

Яңы йыл турниры
Яңы йыл турниры
Яңы йыл турнирыИрҙәр командалары араһындағы турнирҙа 6 команда ҡатнашып, 2 төркөмдә беренселек өсөн ярышһа, 3-сө урын өсөн Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол ауылы филиалы һәм Красноусолдағы 2-се мәктәп уҡыусылары командалары көс һынашты.
Тәүҙә уйын тигеҙ генә барһа ла, матч аҙағында колледж командаһы алға сығып, 35:32 иҫәбе менән еңеү яуланы. Беренселек өсөн 2-се мәктәпте тамамлаусы студенттар һәм район спорт ветерандары командалары алышты. Һуңғы 3 йылда еңеү яулаған йәштәр командаһында Арсен Ғөбәйҙуллин, Илгиз Ғафаров, Илья Федоров, Айваз Хәсәнов, Эрнест Шакиров, Никита Шуваев һәм ветерандар командаһы өсөн уйнаған Владислав Яковлев бар ине. Ветерандар командаһы составында Николай Журавлев, Руслан Мөхәмәтов, Мансур Шәмсетдинов, Алексей Яковлев һәм райондың иң билдәле баскетболсыларының береһе – Ҡырымдан ҡышҡы каникулға ҡайтҡан Александр Плеско уйнаны. Көсөргәнешле ярышта ветерандар 37:32 иҫәбе менән еңеүгә өлгәште. Ә инде йәштәр командаһының бөтә составы тиерлек республика зона ярыштарында ҡатнашыусы йыйылма командаға инәсәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы турнирҙа командалар һаны ныҡ кәмеүе күҙәтелә, ә был ярышта улар бөтөнләй ҡатнашманы. Турнир уҡыусы ҡыҙҙарҙан торған 3 команда араһында үтте. Һөҙөмтәлә 1-се мәктәптең өлкән командаһы (Азалия Әбделмәнова, Әҙилә Кулагина, Ксения Лапатина, Миләүшә Мәүлетова, Оксана Славкина) еңеүсе булһа, 2-се урынды 3-сө мәктәп командаһы, 3-сөнө – 1-се мәктәптең тағы ла бер командаһы алды.
Турнир призерҙарын район хакимиәтенең Йәштәр һәм социаль сәйәсәт, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Шамил Хәкимов бүләкләне.
М.ШӘМСЕТДИНОВ.