Яугир иҫтәлегенә ярыш
05 февраля 2019 йыл | Спорт

Яугир иҫтәлегенә ярышШәмбе көнө Красноусолдағы 3-сө мәктәптә 1933-1938 йылдарҙа уҡыған, 1942 йылда Сталинград һуғышында геройҙарса һәләк булған Василий Иванович Воробьев призына район-ара волейбол ярышы үтте.
Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәләре буйынса Ауырғазы районының Талбазы ауылы волейболсылары 1-се, сәйетбабалар – 2-се, красноусолдар – 3-сө, юлыҡтар 4-се урындарға лайыҡ булды.
Ярышты уҙғарыуҙа ярҙам күрһәткән бағыусылар: "Урожай” КФХ-һы (етәксеһе – Нәжип Хисаметдинов) һәм ШЭ "Фоминдар” предприятиеһына, 3-сө мәктәп директоры А.С.Рудкевичҡа спортсылар рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Еңеүселәр миҙалдар һәм Дипломдар менән бүләкләнде.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.