“Рәсәй саңғы юлы – 2019”
15 февраля 2019 йыл | Спорт

“Рәсәй саңғы юлы – 2019”Уҙған шәмбелә илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә лә Бөтә Рәсәй "Рәсәй саңғы юлы – 2019” ярыштары уҙҙы. Сараға районыбыҙҙың спорт һөйөүселәре лә әүҙем ҡушылды. Был спорт төрөн үҙ иткән төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләре саңғыға баҫты. Элекке телевыш-ка янындағы саңғы трассаһына район хакимиәте ярҙамы менән яҡтыртҡыстар ҙа урынлаштырылған.
10 километрға уҙышҡан ир-егеттәр араһында Илдус Уразғолов финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып үтеп, еңеү яуланы. Унан саҡ ҡына ҡалышып килгән Фаил Ғафаровҡа 2-се урын менән сикләнергә тура килде. Георгий Афанасьевҡа 3-сө урын бирелде. Ҡатын-ҡыҙҙар 5 саҡрымға ярышты. Улар араһында урындар ошолай билдәләнде: Лиана Хәкимоваға – 1-се, Ангелина Александроваға – 2-се, Розалия Дәүләтбаеваға 3-сө урын. Үҫмерҙәр – 5, ҡыҙҙар 3 саҡрымға уҙышып, Сергей Афанасьев менән Азалия Әбделмәнова - 1-се, Егор Ергунов менән Әлиә Йәнбәкова 2-се урын яуланы. Өлкән йәштәге спорт ветерандарынан 5 километр араны елдәй елеп үткән Ғайса Кейекбаев 1-селекте ҡулынан ысҡындырманы, Мөхәмәт Хисаметдиновҡа – 2-се, Николай Николаевҡа 3-сө урын бирелде.
Ойоштороусылар ярышҡа яуаплы әҙерләнгән – еңеүселәргә Диплом һәм бүләктәр тапшырылды.
И.ӘЛИБАЕВА.