Беҙ хоккей уйнарға яратабыҙ
19 февраля 2019 йыл | Спорт

Беҙ хоккей уйнарға яратабыҙКүптәр хоккей уйынын телевизор экрандарынан, хоккей клубтарына барып ҡарарға ярата. Ә бына Юлыҡта уйынды ситтән күҙәтеү генә түгел, ә балаларҙы хоккейға йәлеп итеү өсөн уйын майҙансығы төҙөнөк.
«Юлыҡ» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы (ТОС) 2018 йылда һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендә «Спорт паркы» проекты менән отҡан Рәсәй Президенты грантына спорт майҙансығы төҙөлөп бөтөп, спорт инвентарҙары һатып алынды. Майҙансыҡты туңдырыуҙа йәштәр әүҙем ҡатнашып, ҡара кискә хәтлем яратҡан уйы-нынан айырылмаҫҡа ла ризалар. Хоккей майҙансығы барлыҡҡа килгәс, балаларҙың барыһы ла дәртләнеп катокка киләләр. Спорттың был төрөнә ололар ҙа тартыла башланы.
Ғинуар-февраль айҙарында Юлыҡ ауылының һәүәҫкәр командалары араһында ике асыҡ турнир үтте. Ярыштың төп маҡсаты - ауылда хоккейҙы популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, көслө спортсыларҙы асыҡлау. Тәүге ярышта Юлыҡ, Ҡауарҙы ауылдарынан икешәр команда ҡатнашты, икенсеһендә юлыҡтар өс команда ҡуйҙы. Шулай уҡ Сәйетбаба менән Ҡаранйылға йыйылма, Красноусол башҡорт гимназияһы командалары ҡатнашты. Беренсе ярышта ҡауарҙылар тәүге урындарҙы алһа, Юлыҡтың икенсе командаһы өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнде. Икенсе турнир Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллығына арналды. Сәмле бәйге Юлыҡтың беренсе командаһы еңеүе менән тамамланды, гимназия - икенсе, "Юлыҡ-3” командаһы өсөнсө урын алды.
Турнирҙарҙа еңеүсе командалар һәм иң һөҙөмтәле уйынсылар «Юлыҡ» ТОС-ының Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләп үтелде.
 Рәхимйән ЮЛЫҠОВ,
"Юлыҡ” ТОС-ы етәксеһе.