Саңғыла елдәй елеп
06 марта 2019 йыл | Спорт

Саңғыла елдәй елепШәмбе көнө Красноусолдағы саңғы трассаһында (телевышка) саңғы ярышы үтте. Саңғысылар түҙемһеҙлек менән көткән был ярышты район хакимиәтенең йәштәр эштәре һәм спорт бүлеге ойоштороп үткәрҙе. Ярышта 100-гә яҡын кеше ҡатнашһа, саф һауа һулап, саңғыла елдәй елеүселәрҙе ҡарарға килеүселәр ҙә күп булды. Ҡатнашыусылар 5 төркөмгә бүленеп, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр айырым ярышты.
Беренсе төркөм -  ике километрға ярышҡан 2007 йылғы һәм бәләкәйерәк малайҙар араһында 1-се урын Үзбәк мәктәбенән Инсаф Бикташевҡа, 2-се урын Красноусолдың 1-се мәктәбенән Искәндәр Насировҡа, 3-сө - Үзбәк мәктәбенән Ислам Хәкимовҡа, ҡыҙҙар араһында беренселек 1-се мәктәптән Карина Торопкинаға, 2-се шул уҡ мәктәптән Элина Мырҙабаеваға, 3-сө - Үзбәк мәктәбенән Рузана Намаҙғоловаға бирелде.
Икенсе төркөмдәге биш километрға ярышҡан 2003-2006 йылғы малайҙар араһында Красноусолдың 1-се мәктәбе уҡыусыларынан 1-се урынды Егор Ергунов, 2-сене Динар Фәйезов, 3-сөнө Сергей Афанасьев, ҡыҙҙар араһында шул уҡ мәктәптән 1-се урынды Азалия Әбделмәнова, 2-сене Әлиә Ҡанбәкова, 3-сөнө Альбина Кәримова яуланы.
Өсөнсө төркөмдәге 10 километрға ярышыусы 1980-2002 йылғы  ир-егеттәр һәм йәштәр араһында ла ярыш сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә, 1-се урынды Красноусолдың 1-се мәктәбенән Георгий Афанасьев, 2-сене Красноусол ауыл хакимиәтенән Илдус Уразғолов, 3-сөнө ветеринария станцияһынан Илнур Кейекбаев, 5 километрға уҙышыусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урынды Красноусолдың 1-се мәктәбенән Лиана Хәкимова, 2-сене балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Виолетта Алтынбаева, 3-сөнө Красноусол ауыл хакимиәтенән Розалия Дәүләтбаева алды.
Дүртенсе төркөмдә өс километрға мәғариф өлкәһендә эшләүселәр араһында 40 йәшкә
тиклемге ир-егеттәрҙән 1-се урынды Красноусолдың 3-сө мәктәбенән Рәмил Кәримов, 2-сене 1-се мәктәптән Евгений Иванов, 3-сөнө Бурлы мәктәбенән Ф.Фәтҡуллин, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ике километрға уҙышыуҙа 1-се урынды Красноусолдың 1-се мәктәбенән Лиана Хәкимова, 2-сене балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Виолетта Алтынбаева, 3-сөнө Бурлы мәктәбенән Ситдыҡова яулаһа, 40 йәштән өлкән ир-егеттәр араһында өс километрға ярышыуҙа 1-се урын Красноусолдың 1-се мәктәбенән Фәнүр Алтынбаевҡа, 2-се  - Ҡауарҙы мәктәбенән Сабир Исхаҡовҡа, 3-сө - Бурлы мәктәбенән Ф.Нурғәлиевҡа, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ике километрға уҙышыуҙа 1-се урын Красноусолдың 1-се мәктәбенән Елена Берлинаға, 2-се - Бурлы мәктәбенән Долинаға, 3-сө урын Красноусолдың 3-сө мәктәбенән И.Дьяконоваға бирелде.
Бишенсе төркөмдәге 1979 йылғы һәм унан өлкәндәр төркөмөндәге ир-егеттәр араһында 10 километрға ярышта "Красноусол” шифаханаһынан 1-се урынды Фаил Ғафаров, 2-сене Красноусолдың 1-се мәктәбенән Фәнүр Алтынбаев, 3-сө урынды ветеринария станцияһы исеменән ярышҡан Ғайса Кейекбаев яуланы.
Саңғы спортын һөйөүселәр өсөн быйыл айырыуса шатлыҡлы: майҙан ҡороған, йығылған ағастарҙан таҙартылып, даими яҡтыртҡыстар ҡуйылған, саңғы юлы ла өҙөлмәй. Һаулыҡ өсөн файҙалы был спорт төрөн үҙ итеүселәр күбәйер, еңеүселәр ҙә артыр тип уйлайбыҙ. Ә инде саңғыны үҙ итеүсе спортсыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлап, һәр саҡ "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух" тип йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.