Йөҙөү буйынса район чемпионаты үтте
02 октября 2013 йыл | Спорт

Йөҙөү буйынса район  чемпионаты үттеЙөҙөү буйынса район  чемпионаты үтте29 сентябрҙә бассейнда йөҙөү буйынса беренсе район чемпионаты үтте. Уның йомғаҡтары буйынса ошондай уҡ республика бәйгеһенә район йыйылма командаһы тупланды.
Бәйге ике йәш төркөмөндә: ололар һәм мәктәп уҡыусылары араһында үтте.
Мәктәп уҡыусылары араһындағы сәмле бәйгелә нигеҙҙә Красноусолдағы 3-сө һәм 1-се мәктәп йөҙөүселәре иң етеҙҙәре булып сыҡты. Егет-ҡыҙҙар араһында 3-сө мәктәптән Рәмзил Зәйнуллин менән 1-се мәктәптән Лиана Шәрипова 1-се урын яулаһа, Артур Вахитов (1-се мәктәп) һәм Яна Әмирова (3-сө мәктәп) – 2-се, Тимур Абдрахманов менән Гүзәл Камалова (икеһе лә 3-сө мәктәптән) 3-сө урынға лайыҡ булды.
Ололар төркөмөндә ир-егеттәр араһында Евгений Ивановҡа (1-се мәктәп) етеүсе булманы, еңеүсе ул булды. Фаил Ғафаров (шифахана) менән Шамил Хәкимов (1-се мәктәп) 2-3-сө урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан үҙәк район дауаханаһынан Илүсә Йомағолова финиш һыҙығына иң тәүгеләрҙән булып килеп етте. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Анастасия Григорьева икенсе урын яуланы.
Еңеүселәр һәм призлы урындар яулаусылар миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнде.
И.ӘЛИБАЕВА.