Остаз рухы йәнә осраштырҙы
30 ноября 2013 йыл | Спорт

Остаз рухы йәнә осраштырҙыҺәр аҙнаның ял көндәре ниндәй ҙә булһа спорт саралары менән үтә. Уҙған шәмбелә лә Красноусолда башҡорт гимназия-интернаты, 1-се мәктәп, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе спорт залдарын шаулатып баскетбол ярышы, РФ халыҡ мәғарифы отличнигы Анатолий Семенович Чушкиндың яҡты иҫтәлегенә арналған 7-се район-ара турнир үтте.
Унда элекке физкультура уҡытыусыһы-ның ғаиләһе, ҡатыны Роза Вәли ҡыҙы, ҡыҙы Ирина, улы Дмитрий ҡатнашты.
Турнир сәмле барҙы. Ир-егеттәр командалары араһында беҙҙең район уйынсылары икенсе урынды алды. Стәрлетамаҡ ҡалаһы командаһы – беренсе, Стәрлетамаҡтың РСУДОРПТЖХ командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беҙҙең район командаһы еңеп сыҡты. Икенсе урынды – Баймаҡ ҡалаһы командаһы, өсөнсө урынды Архангел районының ҡыҙҙар командаһы алды. Шулай уҡ Краснокама, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы командалары уңышлы сығыш яһаны. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Лидия Елсукова "Иң яҡшы уйынсы”, Алексей Яковлев "Иң яҡшы һаҡсы” тип билдәләнде. Чушкиндар ғаиләһе һәр ҡатнашыусыға баскетбол тубы, 7-се турнирҙың логотибы менән футболка, иҫтәлекле миҙалдар тапшырҙы.
Ленар СӘЙФУЛЛИН,
Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса сектор белгесе.
Районыбыҙҙың баскетболсы ҡыҙҙары бәйгене ойоштороусылар һәм тренерҙары менән.