Тигеҙ иҫәпкә тамаланды
27 июля 2018 йыл | Спорт



«Нефтсе» стадионында УЕФА Европа лигаһы квалификацияһының икенсе раунды сиктәрендә «Өфө» һәм «Домжале» араһында көсөргәнешле уйын үтте. 

“Батыр”ҙар һынатманы
29 мая 2018 йыл | Мәғариф, Спорт

27 – 29 апрелдә Күмертау ҡалаһында үткән "Зарница - 2018” хәрби-спорт уйынының республика этабында район исеменән 3-сө мәктәп уҡыусылары, "Батыр” хәрби-патриотик клубы ағзалары ҡатнашты.  
Артем Лепенко, Александр Максимов, Алмаз Сөләймәнов, Денис Ионцев, Әлфир Нәзиров, Фидан Хәмитов, Илнур Ғәйнуллин, Илсур Иҙрисов, Никита Пучков, Олег Васильев, Елена Логинова, Марина Собарева, Дарья Романова, Алина Ғирфанованан торған команданы етәкселәре Илдар Абыҙгилдин әҙерләп алып барҙы.
Бер нисә көн эсендә уҡыусылар таныштырыу, строе-вой әҙерлек, автоматты һүтеп-йыйыу, спорт ориентиры, тотҡарлыҡлы йүгереш, йөҙөү, йүгереү һәм башҡа ярыштарҙа көс һынашты. Тырыш, берҙәм команда 1-се урын өсөн бер, 2-се урын өсөн – биш, 3-сө урын өсөн дүрт кубок яулап, дөйөм зачетта 4-се урынға сыҡты.

Хакимиәт беренселегенә арналды
18 мая 2018 йыл | Спорт

Хакимиәт беренселегенә арналды8-10 майҙа Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Еңеү көнөнә арнап, Красноусол ауыл хакимиәте беренселегенә волейбол ярыштары үтте.

Эстафета тотош районды йыйҙы
18 мая 2018 йыл | Спорт

Эстафета тотош районды йыйҙыЙылдағыса, 9 Майҙа Красноусолда Еңеү көнөнә арналған күп төрлө спорт ярыштары үтте. Улар уҡыусылар Спарта-киадаһы сиктәрендә "Звезда” гәзите призына ойошторолған еңел атлетика эстафетаһы менән башланды.

Беҙҙекеләр – беренсе!
20 апреля 2018 йыл | Спорт

Беҙҙекеләр – беренсе!Иғлан ителгән Ирекмәндәр һәм Ғаилә йылына арналған "Күгәрсен хәбәрҙәре” һәм "Мораҙым” гәзиттәре призына үткәрелгән асыҡ район волейбол ярышында беҙҙең райондың ҡыҙҙар командаһы беренсе урынға лайыҡ булды.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 36