Лайыҡлы еңеү
25 августа 2017 йыл | Спорт

Лайыҡлы еңеү18 – 20 августа Ағиҙел ҡалаһында балалар, үҫмерҙәр клубтарының йәйге республика спорт
фестивале үтте.  
Райондың Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы (2002 йылғы һәм унан бәләкәйерәк ҡыҙҙар) республиканың 7 ауыл командаһы араһында волейбол буйынса 1-се урынға лайыҡ булды.
Спортсыларҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ!
ҺҮРӘТТӘ: еңеүсе ҡыҙҙарыбыҙ.

Беҙ - сәләмәт тормош яҡлы
11 августа 2017 йыл | Мәғариф, Спорт

Күптән түгел Еҙем-Ҡаран мәктәбе директоры Фирүзә Әбделмәнова һәм Юлыҡ ауылынан Фәнүр Дәүләтбаев инициативаһы менән ауыл хакимиәттәре араһында мини-футбол буйынса турнир үтте.

Көслө рухлылар байрамы
11 августа 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Көслө рухлылар байрамыӨфө нефть-техник университетының 1-се курсын тамамлаған Эдуард Өмөтбаев март айында Калугала полиатлон буйынса спорт мастеры исемен яҡлай. Уға тиклем Йошкар-Ола ҡалаһында уҡыу йортоноң данын яҡлап команда составында сығыш яһай. Июнь айында йәйге полиатлон төрөндә Калуга өлкәһендә Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, 2-се урынды ала.
Әлеге көндә йәш спортсы Могилев ҡалаһында үтәсәк Донъя
чемпионатына әҙерләнә. Бында ул университет исеменән ҡатнашасаҡ. 3 йыл инде үҙен юғары спорт бейеклектәренә әйҙәүсе тренеры Лиана Данис ҡыҙы Хәкимоваға сикһеҙ рәхмәтлемен, ти Эдуард. Яҡташыбыҙға яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.

Алда булһын еңеүҙәр!
11 августа 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Хөрмәтле спортсылар, физкультура уҡытыусылары, тренерҙар һәм спорт ветерандары! Барығыҙҙы ла һөнәри байрамығыҙ менән тәбрикләйем.
Сәләмәтлек, эшһөйәрлек, көслө рух сығанағы булған спорт һәм физик культура йәшәйешебеҙҙә мөһим урын биләй. Һуңғы йылдарҙа үҫеп килеүсе йәш быуынды, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү, спортты яҡлау һәм үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарыла, яңы прог-раммалар тормошҡа ашырыла. Районыбыҙҙа төҙөлгән физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Красноусол башҡорт гимназия-интернатында асылған спорт кластары, даими үткәрелгән ярыштар, спорт саралары – барыһы ла ошоға булышлыҡ итә.
Хөрмәтле спортсылар, физкультура уҡытыусылары һәм спорт һөйөүселәр! Барығыҙҙы ла Физкультурниктар көнө менән ҡотлайым. Сәләмәтлек, ғаиләгеҙҙә именлек, спорт майҙандарында яңы еңеүҙәр теләйем!
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Зирәктәр йәнә - Красноусолда
04 июля 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Зирәктәр йәнә - Красноусолда
Зирәктәр йәнә - КрасноусолдаРайоныбыҙ үҙендә төрлө спорт төрҙәре буйынса республика ярыштарын ҡабул итеп тора. Йәнә шундайҙарҙың береһе – мәктәп уҡыусылары араһында шахмат бу-йынса III республика  беренселеге тап беҙҙең районда үтте.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30