Дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт
30 марта 2013 йыл | Спорт

Бик күп көрәшселәрҙе йыйған был оло сараны дуҫтарҙан-ярҙамсыларҙан башҡа йырып сығыу бик ауыр булыр ине. Был юлы ла һынатманы улар, сараны ойоштороуҙа, уны ойошҡанлыҡ менән үткәреүҙә йылдағыса ихлас ярҙамлаштылар. Район мәғариф бүлеге (мөдире Ш.Н.Хәбибуллин), район Хакимиәтенең йәштәр менән эшләү һәм спорт комитеты (О.Мельник, Л.Т.Сәйфуллин), ДОСААФ-тың район бүлексәһе (И.Т.Күсәрбаев), Красноусол ауыл советы ауыл

Сәйетбаба ерендә йәнә спорт байрамы
30 марта 2013 йыл | Спорт

Сәйетбаба ерендә йәнә спорт байрамыЙолаға тоғро ҡалып, быйыл да "Табын” гәзите призына милли көрәш бәйгеһе үтте. Төрлө сәбәптәр арҡаһында спорт байрамына Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Архангел райондары көрәшселәре килмәне. 22-се тапҡыр ойошторолоп, Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң спорт залында үткән ярышта райондың төрлө ауылдарынан 80-дән ашыу көрәшсе ҡатнашты.

Баскетболсыларыбыҙ 2-се урын менән ҡайтты
20 марта 2013 йыл | Спорт

15-17 мартта БР ХХI Ауыл спорт уйындары сиктәрендә баскетбол буйынса финал ярыштары үтте.

“Салауат Юлаев” плей-оффта
13 марта 2013 йыл | Спорт

Континенталь хоккей лигаһында Гагарин кубогы өсөн көрәш дауам итә. Өфөнөң "Салауат Юлаев” хоккей командаһы плей-оффтың тәүге әйләнешендә Магнитогорскийҙың "Металлург” командаһын хәл иткес етенсе уйын-да 2:0 иҫәбенә еңеп, икенсе әйләнештә Ҡазандың "Аҡ барс”ына ҡаршы сыҡты. Тәүге ике уйын Ҡазанда үтеп, унда яҡташтарыбыҙ 3:2, 2:0 иҫәбенә еңеп, дөйөм иҫәпте 2:0-гә еткерҙе. Киләһе әйләнешкә сығыр өсөн тағы ла ике еңеү кәрәк. Кисә кис командалар йәнә осрашты.

“Табын” район гәзите призына төбәк-ара милли көрәш бәйгеһе үткәреү тураһында ПОЛОЖЕНИЕ
13 марта 2013 йыл | Спорт

"Табын” район гәзите призына милли көрәш бәйгеһе йәштәрҙе спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу,  сәләмәтлекте нығытыу, "2011-2015 йылдарға БР Ғафури районы муниципаль районында балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү” маҡсатлы программаһын үтәү йөҙөнән милли көрәште тергеҙеүгә өлөш индереү маҡсатында уҙғарыла.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36